Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/78

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Был һүззәргә яуап итеп, ҡунаҡтар былай ти:

Рәхмәт яҡты йөҙөгөҙгә,

Рәхмәт яҡшы һүҙегеҙгә!

йәки:

Өйөгөҙ - яҡты,

Ьүзегез - татлы,

Үзегез - яҡшы!

Хушлашҡанда ла ҡунаҡтар хужаларға рәхмәттәр уҡып, изге теләктәр әйтә. Элегерәк уның ҡалыплашҡан ошондайыраҡ әйтеме лә булған:

Ҡайһы өйзәрзә мәжлестәр бар,

Фәрештәләр: "Амин!"-* тигән

Доғаға ҡул күтәргәндә

Улар безгә: "Амин!"- тиер.

"Амин!"- тийәйек беззәр зә -

Теләк-доға ҡабул булһын,

Фәрештәләр: "Амин!"- тигән

Сәғәттәргә тура килһен.

Ғөмүмән алғанда, шуны айырым билдәләп китергә кәрәк: һәр йоланың табыны булғандай, һәр табындың да үз йолаһы булған. Уларзы теүәл үтәү - саҡырылған һәм саҡырылмай за килгән ҡунаҡтарҙы хөрмәтләү, уларға ысын күңелдән ихтирам күрһәтеү ул. Йола байрамдары, байрам табындары халыҡты берләштереүсе, туғандарҙы татыулаштырыусы мөһим социаль сараға әүерелгән.

Алдағы бүлектә билдәләп киткәнебезсә, башҡорттар борон-борондан һунарсы, малсы булған, ҡорт та ҡараған,