Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/77

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

традицияһынан килә. Мәжлестәге "хеҙмәт бүленеше" лә (табын хужаһы, көрәгәсе, аяҡсы, ҡурайсы, йырсы, йомошсо), урынлашыу тәртибе лә (түргә абруйлы аҡһаҡалдарҙы, ил ағаларын, шуға етә батырҙарҙы ултыртыу), йырсы менән ҡурайсыны ихлас тыңлап, "һай шулай!", "Вай, вай!", "Һай, көй икән!" кеүек һүззәр менән ҡеүәтләп, көй күтәрешеү зә (йәғни берҙәмлек күрһәтеү) ырыу йәмғиәтендәге тәртиптәрҙең үҙенсәлекле сағылышы ул.

Йыйындарҙың, мизгел байрамдарының олоһо ла, кесеһе лә башҡорт йәмғиәтендә мөһим ижтимағи һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған. Йыйындарҙа, мәҫәлән, ырыу-ара мәсьәләләрен, ил яҙмышын уртаға һалып һөйләшкәндәр. Һуғым ашы кеүек туған-тыумасалар байрамында ғаилә-көнкүреш хәлдәре тикшерелгән. Аулаҡ өй, кис ултырыу йолалары йәштәрҙе күҙләштереү, таныштырыу өсөн ҡулайлы саралар булған. Йәғни йола байрамдары халыҡты берләштергән, тиңләштергән. Йола буйынса, һәр кем үз өлөшөн башҡаларға ауыз иттерергә тейеш. Шу;га күрә ул бер нисә бүлемгә бүленмәле була. Ҡунаҡтарға өлөш бүлгәндә өлөшсө былай тип һамаҡлай:

Малдарыңа ҡот килһен,

Йот килмәһен, туҡ килһен,

Ҡортоң осһон кейәнән,

Ҡолон тыуһын бейәнән,

Тай-тулағың туҡ булһын,

Ҡай-ҡортоғоз күп булһын!

(2. 164)