Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/76

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Күмәктән әзләп йыйылып, шул ризыҡ әзерләнеүе, уның артып ҡалыуы киләһе уңыштың, аш-һыузың мул булыуын теләүҙе аңлата. Ҡарға бутҡаһы байрамында ашнаҡсыларҙың:

Иләк менән иләп тор;

Күнәк менән ҡойоп тор,-

тип һамаҡлауы ла ырыҫ теләү булып тора. Был теләк Науруз байрамында асыҡтан-асыҡ әйтелә:

Йылдың башы уң булһын,

Ризығы мул булһын,

Игендәр шашып уңһын,

Ҡаҙандар ташып торһон!

Йола байрамдарында, ҡунаҡ йыйған табында өлөш Тҙөйәге өләшеү - үзе бер йола тәртибе. Һәр өлөштөң символик мәғәнәһе бар. Ҡош итен бүлгәндә, мәҫәлән, ^сыззарға ҡанат биреү - уларҙың ата йортонан тиҙерәк ҡейәү йортона күсеүен, малайҙарға тояҡ (бот) биреү - уларҙың ил гизеүен, күпте күреп, аҡыл туплауын теләү ул. Ә хужаға малдың башын тоттороу - уның баш булыуын, хужалығын таныу билгеһе.

Табында өлөш бүлгәндә, һәр кемдең йәмғиәттәге һәм ғаиләләге урыны иҫәпкә алына, иерархия тәртибе күҙәтелә. Өлөшкә бәйле әле әйтелгәндәр һәм тояҡлы малды, ҡошто билдәле һандағы өлөштәргә бүлеү йолаһының тотороҡлашыуы - халыҡтың һунарсылыҡ, унан малсылыҡ кәсебе менән борондан шөғөлләнеүенән, табышты уртаҡлашып ашау, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең йәмғиәттәге урынын һәм вазифаһын иҫәпкә алыу