Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/67

From Wikisource
This page has not been proofread.

белгән башҡорт халҡы улар хаҡында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, йырҙар, йомаҡтар сығарған. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре: "Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар", "Ҡорт таныһаң тотоп ал, күсе һайын бер бот бал", "Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ, умартаһына ҡорт ҡунмаҫ", "Бал балсыҡ ашата, балан ҡамыр ашата", "Бал бармаҡты тешләтер, башыңды шәп эшләтер", "Балын яратһаң, бәләһен дә ярат" һ.б. Балдың таты сағыштырыуҙар өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән: "теле балдай татлы" (йомшаҡ, матур һөйләй), "ҡулдарынан бал тама" (ҡулы оҫта) һ.б. Ҡортсолоҡ кәсебе һәм уға бәйле ризыҡ һәр ваҡыт юғары баһаланған.

§ 5. ТӘБИҒӘТТӘН ЙЫЙЫЛҒАН РИЗЫҠТАР

Башҡорттар элек тәбиғәт ризыҡтарын да күпләп йыйғандар һәм үҙ мәлендә уларҙы әүҙем файҙаланғандар. Яҙ етеп, ер йылына төшкәс, халыҡ, бигерәк тә бисә-сәсә һәм бала-саға, урман-ҡырға сығып, балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, һырткөпшә, сабырҡан, ҡуян ҡолаҡ, йыуа, һарына йыйған. Уларҙы сей килеш тә, бешереп тә ашағандар. Әгәр тәүгеләренән шыйыҡ аш, өйрә әҙерләһәләр, һарынанан иһә бутҡа бешергәндәр, бешкән килеш, бөтәү көйө йәки төйөп ашағандар. Был үҫемлек аслыҡ йылдарында күп халыҡты үлемдән алып ҡалған. Башҡорттар уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулын да белгән. Был турала XVII быуаттарҙа уҡ яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәр осрай. С. Руденко килтергән яҙмаларҙың береһендә былай тиелә: "А жить де им, башкирцам голодно, едят де они сарану и к зиме пасут" (19. 126).