Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/66

From Wikisource
This page has not been proofread.

"Бал" атамаһы күпселек төрки телдәрҙә осрай һөм бер үк шөгЪнәлө ҡулланыла. ПКайһы берҙәрендә ул әйтелеше яғынан ғына бер аҙ айырыла. Мәҫәлән, сыуаштарҙа - пыл, ҡараҡалпаҡтарҙа - пал. Шулай ҙа башҡорт һөйләштәрендә ул икенсерәк мәғәнәлә лә йөрөй: "бал" тип йөнө өй шарттарында эшләнгән иҫерткес эсемлеккә лә әйтәләр. Ул элек әсетке менән әсетелгән бал иҙмәһе булған һөм әсе (асы) бал тип аталған. Ьуңғараҡ бал урынына шәкәр ҡулланыла башланған, ә исеме шул килеш һаҡланған. Балдан яһалған эсемлек тураһында С. Руденко түбәндәгеләрҙе яҙа: "Асы бал - кислушка, напиток опьяняющий и крепкий. При его приготовлении 2-3 кг сотового меда разводилось в горячей воде и заквашивалось ячменем, вымоченным в течение суток и подправленном дрожжами или кислым тестом. Заквашенный мед ставили на 2-3 дня в теплое место. Для питья кислушка - на следующий после закваски день, но надлежащую крепость она приобретала дня через три. Асы бал не был напитком повседневным, приготовлялся он зимой и главным образом во время свадьбы. Напиток этот приготовлялся башкирами повсеместно, где занимались пчеловодством" (19. 133).

Башҡорттарҙың милли байрам ризығы булған сәксәк тә балһыҙ әҙерләнмәй. Шуға уны ҡайһы бер урындарҙа “баллыҡай” тип йөрөтәләр. Хәҙерге замандарҙа бал кулинарияла бик әүҙем файҙаланыла. Бал ҡушып торт, прәник, кәнфиттәр яһайҙар.

Шулай итеп, иң боронғо ризығыбыҙ булған бал әлегәсә тормошобоҙҙа ҙур урын тота. Ул туйындыра ла, дауалай ҙа, йәшәү өсөн көс тә бирә. Бал ҡортоноң һәм балдың ҡәҙерен