Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/68

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Йәй, көҙ айҙары еткәс, урман-ҡырҙа еләк-емеш өлгөргән, уларҙы йыйыу ҙа үҙенсәлекле кәсепкә әүерелгән. Бар урында ла ер еләге, ҡайын еләге, ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге, бөрлөгән, ҡарағат, сейә, муйыл, балан йыйғандар. Уларҙы шул килеш тә, кипкән ҡаҡ рәүешендә лә, ә муйыл һәм сейәне майға, ҡоротҡа ҡушып та ашағандар. Балан иһә башлыса бәлеш яһау өсөн ҡулланылған. Еләктәрҙән дә төрлө бәлештәр, сумсалар әҙерләнгән. Был үҫемлектәр тәбиғи дарыу функцияһын да үтәгәндәр. Шулай ҙа дауаланыу өсөн күк мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне, алтын тамыр, гөлйемеш, андыҙ кеүек махсус үҫемлектәр файҙаланылған. Бәшмәкте башҡорттар элек йыймағандар, хәҙер иһә ул да халыҡтың туҡланыу рационында ярайһы тотороҡло урын алып бара.

Шулай итеп, тәбиғәт үҫемлектәре лә башҡорттар тарафынан элек-электән йыйылған, даими ҡулланылған һәм милли кухняның формалашыуына билдәле роль уйнаған.

§6. БАҠСАСЫЛЫҠ РИЗЫҠТАРЫ

Баҡсасылыҡ менән башҡорттар сағыштырмаса һуң, XIX быуат аҙаҡтарында ғына шөғөлләнә башлай. Ул осорҙа ла әле төп баҡса үҫемлеге - картуф ҡына була. Исеменән үк күренеүенсә (“картофель” һүҙенән алынған), ул культура беҙгә рустар аша ингән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, татарҙарҙан килгән "бәрәңге" атамаһы нығынған. Тәүге осорҙа картуф көҙгө ризыҡ ҡына булған, уны ҡышҡылыҡҡа һаҡламағандар. XX быуат баштарында