Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/63

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ике ҡалаҡ аҡ май һалына. Ә һарымһаҡ, тоҙ һәм боросто самалап һалалар.

Балыҡтан әллә күпме аш-һыу әҙерләп була. Әммә балыҡсыларҙың иң яратҡаны, әлбиттә, балыҡ һурпаһы. Ул төрлө яҡта төрлөсә әҙерләнә, әммә уның боронғо төп ысулы түбәндәгесә: суйын сүлмәккә йәки ҡаҙанға һыуыҡ һыу һалына (иң яҡшыһы шишмә йәки таҙа йылға һыуы) һәм утҡа ҡуйыла. Иң әүәл ваҡ балыҡтарҙы таҙартып, ҡайнап сыҡҡан һыуға һалалар һәм иҙелгәнсе бешерәләр. Унан һуң һурпаны һөҙәләр һәм яңынан утҡа ҡуялар. Был һурпаға таҙартылған эре балыҡтарҙы һалалар. Был юлы балыҡтар иҙелергә тейеш түгел. Самалап тоҙ, һуған өҫтәп (аҙыраҡ он да ҡушырға мөмкин), талғын утта ҡайнаталар. Балыҡтар бешкәс, уларҙы һурпанан айыралар һәм табынға икеһен айырым бирәләр. Ҡайһы яҡтарҙа балыҡ һурпаһына ярма, бәрәңге һалалар, күп итеп тәмләткестәр өҫтәйҙәр. Былай иткәндә һурпаның тәме китә.

Шулай итеп, балыҡтан да байтаҡ төр тәмле, туҡлыҡлы аш- һыу әҙерләп була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балыҡсылыҡ һәнәре беҙҙә әкренләп онотола бара, ул һәүәҫкәрҙәр кәсебе рәүешендә генә тороп ҡалған. Уны сәнәғәти юлға һалыу бөгөнгө көн талабы.

§ 4. ҠОРТСОЛОҠҠА БӘЙЛЕ АШ-һЫУҘАР

"Башҡортостан - ҡортсолоҡтоң классик иле һәм унда солоҡсолоҡ иң боронғо дәүерҙәрҙә үк сәскә атҡан," - тигән һығымтаға килә С.И. Руденко. Был фекерен нығытыу өсөн ул