Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/62

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

таҫтамал менән яҡшылап ҡороталар, ҙа майлы табаға теҙәләр. Табаны ҡуҙы алынған эҫе мейескә йәки духовкаға ҡуйып, балыҡтарҙы әйләндереп торалар. Кибеп еткәнен белер өсөн балыҡты һындырып ҡарайҙар. Ул шартлап һынһа, әҙер тигән һүҙ. Тоҙлау өсөн 1 кг балыҡҡа 600-700 грамм эрерәк тоҙ китә.

Ҡыҙҙырыу өсөн вағыраҡ балыҡтар алына. Эре балыҡтарҙы иһә арҡыры киҫәктәргә киҫкеләйҙәр, һәйбәтләп йыуып, һыуын һарҡытҡас, балыҡты тоҙлайҙар. Унан һуң онталған сохарыйҙа йәки онда әүмәләйҙәр ҙә майы ҡыҙған табаға теҙәләр. Талғын утта тышы һарғылт-ҡыҙыл булғанға саҡлы ике яғын әйләндереп ҡыҙҙыралар.

Быҡтырылған балыҡ былай әҙерләнә. Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған һуғпнды бер ҡат итеп һалаһың да өҫтөнә эсе таҙартылған, айғолаҡтары алынған, таҙа итеп йыуылған балыҡтарҙы теҙәһең. Уларҙың өҫтөн тағы бер ҡат һуған менән ҡаплайһың. Кәстрүлде утҡа ҡуйыр алдынан уға ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакандан күберәк һыу, ике аш ҡалағы һеркә, кәрәгенсә тоҙ һәм тәмләткестәр (лавр япраһы, әнис) һалаһың. Кәстрүл ҡапҡасын ныҡлап ябып, һүрән генә утҡа быҡтырырға ҡуяһың. 2-3 сәғәттән һуң балыҡ әҙер була, һөйәктәре лә беленмәй.

Балыҡ котлеты. Ваҡ балыҡтарҙы (ташбаш, сабаҡ, күкйөн һ.б.) таҙарталар, йыуалар һәм ит турағыстан үткәрәләр ҙә уға һыуҙа ебетелгән аҡ икмәк өҫтәйҙәр. Әҙер фаршҡа сей йомортҡа, май, һарымһаҡ, тоҙ ҡушалар. Фарштан котлет әүмәләйҙәр ҙә уны сохарый онтағына манып, асыҡ табала ҡуралар. 500 грамм балыҡҡа 150 грамм аҡ икмәк, 1 йомортҡа,