Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/64

From Wikisource
This page has not been proofread.

1627 йылда донъя күргән "Книга Большому Чертежу" тигән китаптан ошондай һүҙҙәр килтерә: "Уларҙың (башҡорттарҙың) төп аҙыҡтары - бал, йәнлектәр һәм балыҡ" (19. 96). Башҡорттар тормошондағы балдың роле хаҡында шул факт та асыҡ һөйлөй: булгар ханлығы ҡул аҫтында булғанда ла, артабан татар-монгол ханлығы һәм рус дәүләтенә буйһонған дәүерҙәрҙә лә уларға түләй торған яһаҡтың ҙур өлөшөн бал тәшкил иткән.

Ҡортсолоҡтоң башы солоҡсолоҡта. Солоҡ - бал ҡорто күсе һәм бал тупларлыҡ ҡыуышы булған ҙур ағас. Ьәр башҡорттоң биләмәһендә күпләп солоҡ ағастары булған. Уларҙы тағы ла ишәйтергә кәрәк булғанда һәйбәт ағастарҙы уйып, яһалма солоҡтар эшләгәндәр.

Солоҡсолоҡ менән урманы булған бөтә төбәктәрҙә лә шөғөлләнгәндәр. Күптәрҙең солоғо йөҙәр дананан ашып киткән. С. Руденко үҙенең китабында П.И. Рычковтың "Географический лексикон Оренбургской губернии" тигән хеҙмәтендәге түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: "В Башкирии немало таких хозяев, что у одного башкирца тысячи по две и больше бортей, отчего они получают знатные себе доходы. Можно сказать, что конские и пчелиные заводы в Башкирии самые лучшие и прибыточные продукты" (19. 96).

Рәсәй сәйәсәте Башҡортостанға үтеп инеп, урмандар самаһыҙ ҡырҡыла башлағас, солоҡсолоҡ кәсебе лә һүрелә төшә.Уға алмашҡа умартасылыҡ килә. Умарта ул - ергә ултыртылған күсмә оя. Бал алыр өсөн башҡорттар махсус умарталыҡтар (утарҙар) тота башлағандар. Бындай кәсеп бөгөнгә ҡәҙәр һаҡланған.