Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/59

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

берәүҙәр раҫлауынса 4 мең) йылдар элек тыуган "Урал батыр" эпосында ла балыҡтарға ҡағылышлы юлдар бар:

Күлдә ятҡан балығы

Ялтүш, сабаҡ, суртаны.

Бергә йөҙөп уйнайҙар,

Бер-береһенә теймәйҙәр.

Балыҡ образы халыҡ йырҙарында ла киң файҙаланыла. Ике миҫал менән генә сикләнәбеҙ:

1) Ағиҙелкәй һыуы, ай, тәрән һыу,

Аҡ сабаҡтар уны буйламай.

Аҡ сабаҡтар кеүек йәшәү ҡайҙа

Донъя ҡайғыларын уйламай;

2) һыуҙа балыҡ йөҙәлер,

Балыҡсыны һиҙәлер.

Аҡ балыҡтай йөҙөп килһәң,

Эрнеүҙәрем төҙәлер.

Иң боронғо фольклор жанрҙарының береһе булған әкиәттәрҙә лә балыҡтар һәм балыҡсылыҡ тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр һәм миҫалдар осратырға мөмкин. Мәҫәлән, "Тырышҡан табыр" тигән әкиәттә аталары улдарына шундай әмер бирә: "Етәүегеҙ ете балыҡ булып таралып китегеҙ!"

Мәҡәлдәр хаҡлы рәүештә иң халыҡсан жанрҙарҙан һанала. Уларҙа ла балыҡ һәм балыҡсылыҡҡа бәйле фекерҙәр осратырға мөмкин. Мәҫәлән: "Балыҡ тотҡан туҡ булыр, аяҡ быуыны ныҡ булыр". Был мәҡәлдең беренсе өлөшөнә аңлатма кәрәкмәй, ә икенсе өлөшө, йәғни "аяҡ быуыны ныҡ булыр" тигәне иһә шунан сығып әйтелә: балыҡсы йәйәүләп бик оҙон юл үтә,