тимәк, шуның менән аяҡ быуынын ныгыта. Балыҡ тотоуҙың файҙаһы тураһында был фекер. Йәнә: "Суртан сыраҡсыны күрмәҫ", "Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы" һ.б.
Балыҡсының роле, балыҡсылыҡ кәсебенең әһәмиәте тураһында боронғо ҡобайырҙарҙың береһендә бына нимә тиелә: "Иҙел менән Яйыҡтың билен быуған балыҡсы". Балыҡтар тураһында бик күп йомаҡтар сығарылған. Улар башлыса балалар араһында тыуған һәм таралған. Сөнки балыҡ тотоу уларҙың иң яратҡан шөғөлө. Был шөғөл балалар өсөн ҡомар уятыусы ҡыҙыҡлы уйын булһа, ғаиләгә иһә табынды байытыусы туҡлыҡлы ризыҡ сығанағы.
Балыҡсылар араһында бөгөнгә саҡлы боронғо ырым- ышаныуҙар һаҡланған. Мәҫәлән, ҡармаҡ һалыр алдынан ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә балалар былай һамаҡлай: "Балыҡ, ҡап- ҡап, яр башында ялтырап ят!" Йәнә шундай ышаныу бар: ҡармаҡ һабын (ҡыуалды), ауҙы аша атларға ярамай, юғиһә балыҡ тотолмай. Тотолған тәүге балыҡты: "Ата-әсәңде табып ят!" - тип ярға һуғыу ғәҙәте лә бар. Эләккән балыҡты һанау ҙа тыйылған. Балыҡҡа бәйле һынамыштар ҙа бар. Мәҫәлән, "Яҙ көнө балыҡ тотҡанда алабуға менән юрыш (ёрш) күберәк тотолһа - бойҙай, арпа, арыш уңыр". Бына шулай балыҡсылыҡ менән игенселек кәсебе араһында бәйләнеш тыуа.
Шулай итеп, борондан килгән һәм бөгөнгө көндә лә көнкүрештә файҙаланыла килгән балыҡсылыҡ кәсебе үҙенә бәйле байтаҡ ғөрөф-ғәҙәттәр, ышаныуҙар, йолалар тыуҙырған.
Башҡортостанда, әйткәнебеҙсә, балыҡтар бик күп төрлө. Шулай ҙа төп ау балыҡтары булып түбәндәгеләр һанала: сабаҡ,