Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/58

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

уңайлы. Республикала 13 меңдән ашыу йылға, 1 меңдән ашыу күл, 1 мең ярым самаһы быуа бар. һыу ятҡылыҡтарының майҙаны 130 мең гектар самаһы. Уларҙа күпме балыҡ тереклек итеүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Белгестәрҙең билдәләүенсә, беҙҙең йылға-күлдәрҙә 40-тан ашыу балыҡ төрө бар. Улар түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:

1) һаҙандар,

2) эт балыҡтары,

3) йәйен,

4) суртан,

5) алабуғалар,

6) тәрәс һымаҡтар,

7) һөмбөш балыҡтары,

8) бәрҙе,

9) мәрсен һымаҡтар,

10) үгеҙ балығы,

11) йылан балығы һ.б.

Шундай тере байлыҡ була тороп та халыҡ уға нисек битараф булһын. Балыҡ тотоу әллә ни aybfp һәнәр ҙә түгел, үтә ,ҙур сығымдар һәм көс тә талап итмәй. Әммә ул үтә табышлы, ә балыҡ ите бик туҡлыҡлы һәм сәләмәтлеккә файҙалы. Унда аҡһым, витаминдар, майҙарҙан тыш, организмға бик кәрәкле элемент - фосфор бар. Боронғо ата-бабаларыбыҙ быларҙы бик яҡшы белгән, күрәһең. Шуға ла балыҡ тотоу ҡан- бабаларыбыҙҙың төп кәсептәренең береһенә әүерелгән.

Был кәсептең боронғолоғон балыҡтарға ҡағылышлы күп һанлы халыҡ ижады әҫәрҙәре иҫбатлай. Бынан 2 мең (ҡайһы