Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/42

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

янына ҡуйһаң да була. Бигерәк тә уны балалар ярата, ёжекәйзе бөгөн дә Бөрйән яҡтарында яһайҙар. Башҡа тарафтарҙа ул онотола бара.

Боронғораҡ башҡорттарҙа иң таралған эсемлектәрҙең береһе айран булған. Уның популярлығы тураһында күп кенә язма мәғлүмәттәр һаҡланған (П. Назаров, П. Паллас, С. Руденко яҙмалары). Әсе ҡатыҡты һалҡын һыу менән шыйығайтыуҙан барлыҡҡа килгән был эсемлек һыуһынды ла ҡандырған, витаминдарға ла бай, туҡлыҡлы ла булған.

Әммә башҡорттарҙа бик боронғо замандарзан килгән иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле, бөгөнгәсә бәҫен, ҡәҙерен юғалтмаған эсемлек, әлбиттә, ҡымыҙ. Бейә һөтөнән әҙерләнгән был эсемлек тураһында тәүге мәғлүмәт боронғо грек тарихсыһы Геродот (беззең эраға тиклем 484-424 йылдарҙа йәшәгән) яҙмаларында осратабыҙ. Ул төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән скифтарҙың тормошон Фйрәнеп, уларҙың иң яратҡан эсемлеге бейә һөтөнән Яһала, тип яҙған (13. 12).

Ҡымыҙ тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте XII быуатта йәшәгән француз мессионеры Вильгельм Рубрук бирә. Үҙенең 1253 йылдағы сәйәхәте тураһындағы яҙмаларында ул ҡымыз яһау ысулы, уның тәме, тәьҫире тураһында ентекле итеп язып ҡалдырған. Тик ул, ниңәлер, ҡымыҙҙы "космос" тип атаған. Йәки ул был атаманы яңылыш Ишеткән, йәки француз теленә яҡынайтып үҙгәрткән. Бына Рубрук башҡорт ҡымыҙы тураһында низәр яза: "В тот вечер проводник дал нам немного космоса. Испив его, я сильно вспотел от страха и новизны, потому что еще никогда не пил его. Но все же он показался мне очень