Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/41

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һөзөп алғандар. Күбекләнеп торған ҡаймаҡ сәй табыны батшаһы булған.

Ҡаймаҡтан май бешкәндәр. Май алыу өсөн ҡаймаҡты бер нисә көн йыялар, ҡуйырып, әсей башлағансы тоталар. Унан махсус ағас бешкәк менән бер талай өзлөкһөз бешәләр. Ьөзөмтәлә ҡаймаҡтан аҡ май һәм һыу (айран) айырыла. Алынған майзы йомғаҡлап һалҡын урынға ҡуйғандар, һаҡлау өсөн иреткәндәр, тоҙлағандар. Иреткән саҡта сейә ҡушһаң, сейәле май, муйыл ҡушһаң, муйыллы май килеп сыҡҡан. Ҡышҡылыҡта улар танһыҡ ризыҡ булған. Һаҡлар өсөн майзы май айында йыйғандар, сөнки май айының майы татлы ғына түгел, ә витаминдарға бик бай булған.

Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға, балаларға, эстәре ауыртҡан, аш үтмәгән кешеләргә күбекмай әҙерләйҙәр. Уның өсөн махсус көбө (көбөсә) бар. Ҡаймаҡты аз ғына әсетә биреп, яңы ойоған ҡатыҡҡа һалаһың да ағас бешкәк менән талғын ғына бешәһең. Ҡатыҡ һәр ваҡыт яңы һауған һөт йылыһындай ғына булып торорға тейеш. Ҡыҙыуыраҡ тиҙлектә бешһәң, унмай, яна, эрей, күбекмай төшмәй. Май ап-аҡ булып күбеп кенә торғанға ла ул күбекмай тип атала. Айраны ла бик тәмле һәм организмға файҙалы. Ҡайһы яҡта уны "аҡ май" тизәр.

Һөт аҙыҡтарының йәнә бер боронғоһо - әжекәй (әжегәй). Уның тураһында С. Руденконың "Башкиры" тигән китабында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә. Был ризыҡ түбәндәгесә әҙерләнә: яңы ойотолған ҡатыҡҡа аз ғына һөт ҡушып туҡыйһың да талғын утта һыуы бөткәнсе ҡайнатаһың. Май ҡушып ашаһаң да, шәкәр һибеп, сәй