Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/40

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ойотҡандың температураһы +40 градусҡа еткәс, 2-3 минут тоторға ла һауытты һыу эсенән алырға.

Ьыуын ағызыу өсөн бешерелгән эремсекте тишекле сүмескә йәки тимер селтәргә бушаталар. Ьыуы ағып бөткәс, эремсек әзер була."

Аҡ эремсек яһауҙың ябайыраҡ ысулы ла бар. Әсегән йәки яңы һөткә аз ғына ҡатыҡ һалып ҡайнаталар. Ҡайнау процесында һөттән эркет һыуы һәм һөт төйөрсөктәре - эремсек барлыҡҡа килә. Ҡатнашманы сепрәк тоҡҡа һалып һарҡыталар йәки тишекле ижау менән һөзөп алалар.

Аҡ эремсектән тыш башҡорттар элек-электән ҡыҙыл эремсек әҙерләгән. Ҡызыл эремсек эшләр өсөн иң тәүзә аҡ эремсек эреткәндәр. Бының өсөн айыртылған һөттө ҡайнаталар, ҡайнап ултырған һөткә ҡатыҡ, аш содаһы (10 литр һөткә 1 литр ҡатыҡ, 1 балғалаҡ аш содаһы) һалаһың. Талғын утта ҡайнатаһың. Эремсек барлыҡҡа килгәс, уттан алмайынса, ҡайнап ултырған килеш 1 стакан шәкәр ҡомо, 150 гр аҡ май һалып, талғын ғына утта эремсектең һыуы бөткәнсе ҡайнатаһың. Ҡайнатыу 3-4 сәғәткә һуҙыла. Ьыуы бөткәс, эремсек ҡызыл төҫкә инә. Ҡыҙыл эремсекте ит турағыс аша үткәреп, елләтелгән урында киптерәһең. Кипкән эремсектән ҡыш көнө бәлеш бешерергә була. Шулай уҡ аҡ майҙы ҡызыл эремсек менән бергә баҫып, эремсекле май эшләргә мөмкин.

Һөттән иң әүәл ҡаймаҡ , яһайҙар. Уны яһау хәзер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Йылытылған яңы һөттө сепаратор аша үткәрәһең һәм айыртылған һөт менән ҡаймаҡ айырып алаһың. Элегерәк иһә һөттө бер нисә сәғәт тондороп, өҫтөн