Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/39

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ҡаймағы бер аз алынған йәки бөтөнләй алынмаған һөттән әҙерләргә була. Айыртылған һөттән әҙерләү файҙалыраҡ, сөнки һөттән бер үк ваҡытта эремсек тә, ҡаймаҡ та алырға мөмкин.

Юғары сифатлы һәм тиз боҙолмай торған эремсек алыр өсөн, әсетер алдынан һөттө пастеризацияларға, йәғни кәстрүлдә ҡайнап торған һыуға һөттө һауыты менән ултыртып, 75-85 градусҡа тиклем йылытырға кәрәк. Пастеризацияланған һөттө йәй көнө +30-32 градусҡа, ҡышын +35-37 градусҡа тиклем еткерәләр һәм ойотҡо һалалар (бер көн алда әсетелгән һөттө һалһаң да була), ойотҡос һөттөң 3-5% кимәлендә була. Ойотҡос һалынған һөттө йылы урынға ҡуялар. Әзер ойотҡан ярайһы уҡ тығыз һәм шыма булырға, һыуы өҫтөнә сығып .тормаҫҡа тейеш. Ойотҡандың әҙерлеген түбәндәгесә белергә була: һауытҡа аш ҡалағын тура тығып бер аз ойотҡан алалар. Эремсек яһарға яраҡлы булып әсеһә, ойотҡан тигез кителергә, кителгән урыны ялтырап торорға, унан сыҡҡан һыу үтә күренмәле һәм йәшкелт булырға тейеш. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: әсеп етмәгән һөттән эремсек бик аз сыға һәм ярма һымаҡ, артыҡ әсегән һөттән яһалған эремсек әсе һәм ҡоро була.

Ойотҡандың өҫкө ҡатлауын һәм күбек ҡалдыҡтарын йыйып алалар. Куңынан, ойотҡанды зур ағас ҡалаҡ менән һаҡ ҡына алып, ҡат-ҡат итеп икенсе һауытҡа һалалар. Ул һауытты ҡайнар һыулы икенсе һауытҡа ултырталар. Һыуҙың йылылығын +50-55 градустан төшөрмәй, +60 градустан арттырмай тоталар. Ойотҡан тигез йылыһын өсөн уны һаҡлыҡ менән генә болғатырға кәрәк.