бармай, низәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы", - тип юҡҡа ғына йырланмаған халыҡта.
Йылҡы итенең туҡлыҡлы булыуынан тыш, уның зур файҙаһын, шифаһын, ҡиммәтле ризыҡтар әҙерләү мөмкинселегенең күплеген башҡорттар бик борондан белгән. Шуға ла йылҡы итенән әҙерләнгән аш-һыу халыҡта әлегәсә иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле һанала.
Башҡорттарҙа йылҡы итенән әҙерләнгән иң ҡәҙерле азыҡ - бишбармаҡ. Ул шулай уҡ һарыҡ һәм һыйыр итенән дә бешерелә. Төрлө урында уны хәзер төрлөрәк бешерәләр, әммә төп әҙерләү ысулы бер типта раҡ. В, А. Арнольдов XIX быуаттағы башҡорттарҙың бишбармаҡ әҙерләү процесын бына нисек тасуирлай: "Ит ашамлыҡтары әҙерләүҙе ғәмәлдә бер типҡа ҡайтарырға мөмкин: һөйәкле ит йәки йылҡы майы менән ите тултырылған эсәктәр ҡаҙанға һалына һәм бешерелә. Бешеп еткәс, улар ҡаҙандан алына. Эсәктәр ваҡ киҫәктәргә турала, ит һөйәгенән айырыла. Ьуған турап һалына, борос ҡушыла, картуф һалына. Әгәр бешкән картуф булһа, ул да һалына. Быларҙың өҫтөнә ҡуйы һурпа (һөзлөк) ҡойола. Ҡазандағы һөҙөлгән һурпаға һалма һалына. Ьалма былай эшләнә: йомарланған ҡамырҙан бәләкәй киҫәктәр өзөп алына һәм йәлпәштерелә. Ҡамыр ҡулға йәбешмәһен өсөн хужабикә бармаҡтарын йыш ҡына онлап тора.
Ьалма бешкәс, уны һөзөп алалар һәм әҙерләнгән иткә ҡушалар. Ҡалған һурпаға ҡорот ҡушалар һәм уны ит менән һалманы ашап бөткәс, бәләкәй ағас кәсәләргә һалып бирәләр.