Ит аҙыҡтары. Башҡорттарҙың борондан килгән төп традицион кәсебе - малсылыҡ. Беззең ҡан бабаларыбыҙ бигерәк тә йылҡы малын һәм ҡуй-һарыҡты үз иткән, һыйыр малын башлыса һөт алыр өсөн аҫрағандар. Кешенең байлығы ла тап ана шул йылҡы һәм ҡуй һанына ҡарап баһаланған. Төрлө язма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, урта хәлле башҡорт 40-50 йылҡы, 100-200 һарыҡ тотҡан. Байҙарҙың иһә йылҡы көтөүе 300-500 баш, ә һарыҡтары 800-1000-гә барып еткән.
Йылҡы аҫрау ифрат файҙалы кәсеп булған. Уның итен ашағандар, һөтөнән ҡымыз әҙерләгәндәр, тиреһен эшкәртеп, төрлө һауыт-һаба яһағандар. Күсеп йөрөүсе халыҡ өсөн күн һауыттар ифрат уңайлы булған. Улар бәрелмәгән, ватылмаған, аҫып йөрөгәндә атҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаған.
Башҡорттарҙың малсылыҡта йылҡыға өҫтөнлөк биреүенең сәбәбе йәнә ул малдың әрһез булыуында. Йылҡы йыл әйләнәһенә азыҡты үзенә үзе тапҡан: йәйгеһен иркен далала, йәшеллектә юшаһа, ҡышын тояҡтары менән ҡарзы тибеп, көззән ҡалған үлән менән туҡланған. Йәнә лә ат хужалыҡта алмаштырғыһыҙ транспорт сараһы булараҡ та ҡәзерләнгән. Күсмә халыҡ - ул һыбай йөрөүсе халыҡ. Менге өсөн ат иң ҡулайлы хайуан: йүгерек тә, талымһыҙ за, йыуаш та, тоғро ла. Шуға күрә һәр заманда ла башҡорт атын ҡәҙерләгән. Атҡа булған мөнәсәбәт халыҡ ижадында ифрат зур урын алған. Унда ир-егет менән ат һәр саҡ йәнәш ҡуйыла, айырылғыһыҙ ике йән итеп һүрәтләнә. "Ҡайза ла ғына