Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/22

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ошо рәүешле әҙерләнгән а зыҡ түбәндәге тәртиптә ашала. Иң әүәл һөйәкле иттәр таратыла. Әгәр зә ғаилә зур булһа, йәки табында ҡунаҡтар ултырһа, һәр кем үзенә тейгән өлөштөң иң тәмлерәк ерен үзе янында ултырғандарға өләшә. Иң әүәл хужа башлай һәм ҡулы менән иң ҡәҙерле ҡунаҡтың ауыҙына һала. Бынан һуң баяғы иттән һәм эсәктәрҙән әҙерләнгән, һөзлөк менән тәмләтелгән бишбармаҡ тип аталған азыҡ килтерелә. Быны ла иң әүәл хужа ашай башлай. Ауыҙына ҡапҡанын йотҡас, ҡунағын һыйлай һәм шунан һуң азыҡҡа ҡулдары менән башҡалар ынтыла. Ашау мәлендә хужа бер йоланы үтәй: хеҙмәтсеһен саҡырып ала ла, үҙенең ҡәнәғәтлелеген белдереп, майлы итте услап уға һоғондора, маҡтау һүззәре әйтә. Шунан һуң хеҙмәтсе үҙенең урынына китә һәм ҡунаҡтарҙы тәрбиәләй. Артабан һалма бирелә. Уны ашап бөткәс, ҡоротланған һурпа таратыла. Артып ҡалған иттәр күстәнәскә өләшелә" (1. 520-521).

Башҡорттарҙың бишбармаҡ әзерләүенә 1851 йылда В. Зефиров та шаһит була. Был күренеште бына ул нисек тасуирлай: "Бына киске аш та әзер булды. Самауырҙы алғас та һис тотҡарлыҡһыҙ безгә таныш булған башҡорт ашы бишбармаҡты килтерҙеләр. Был, белгегеҙ килһә, ҡәҙимге бешкән һарыҡ ите, һалма һалынған һәм һуған менән тәмләтелгән. Ябай ғына һымаҡ, тик шуны белегеҙ: ниндәй тәм һәм рәхәтлек! Бигерәк тә хужа итте ваҡ ҡына итеп турап, ҡунағына хөрмәт күрһәтеү ниәте менән услап алып, һинең ауыҙыңа һалған саҡта! Мин был рәхәтлекте инде һүз менән аңлата алмайым. Аңға һыймаҫлыҡ ләззәт. Ҡунаҡҡа инде аз ғына тырышып, ҡабылғанды йоторға һәм