Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/149

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

киләһе тикшеренеүҙәргә этәргес мәғлүмәт булыр тигән фекерҙә ҡалабыҙ.

Өсөнсө бүлек тулыһынса милли аш-һыу һөм ризыҡтарҙың халыҡ ижадында сағылышын асыҡлауға тәғәйенләнде. Ашамлыҡтар һәм уларҙы ҡулланыу тәртибе хаҡында мәғлүмәттәрҙе фольклорҙың бөтә жанрҙарында ла табырға мөмкин. Әммә ул фекерҙәрҙең иң аҫылдары һәм фәһемлеләре мәҡәл-әйтемдәрҙә, йомаҡтарҙа киң сағылыш тапҡан. Шуға күрә, тәҡдим ителгән хеҙмәттә тап ошо жанрҙарға төп иғтибар бүленде. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә табын культураһы хаҡында ла байтаҡ ҡиммәтле фекерҙәр бар. Шуға күрә халыҡ аҡылына таянылған табын культураһы (этикеты) айырым параграфта ҡаралды.

Шулай итеп, халыҡтың аш-һыуҙарын, уларҙың атамаларын, туҡланыу тәртибен һәм йолаларын тикшереү уның милли менталитетын асыуға ҙур өлөш индерә ала. Был хеҙмәт тап шул йүнәлештә башҡарылды.