Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/148

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

ҡына фәнни күҙәтеүҙәр килтерелде. Унда түбәндәге фекерҙәр әйтелде:

Аш-Һыу терминдарының семантикаһы (һүҙьяһалышы) ябай ғына күренеш түгел. Ул бик күп компоненттарҙы һәм факторҙарҙы үҙ эсенә ала.

Күҙъяһалыш тел ғилеменең морфология бүлеге менән тығыҙ бәйләнештә, сөнки һүҙьяһалыш процесы күп осраҡта тамыр һәм аффиксаль морфемаларҙың мөнәсәбәттәшлеге, йәғни һүҙ яһаусы нигеҙҙәрҙең бер-береһе менән яҡынлашыуҙары, ишләшеүҙәре, ҡабатланыуҙары йәки һүҙ яһаусы аффикстар менән ҡушылыуҙары һөҙөмтәһе булып тора: юҡҡа ғына һүҙьяһалыштың иң продуктив һәм киң таралған төрҙәренең береһе морфематик күренеш тип аталмай.

Башҡорт телендәге аш-һыу терминдарының байтағы тик тамырҙан (нигеҙҙән) тора. Әммә улар тел составының ҙур өлөшөн биләмәй. һүҙьяһалышта төп урынды аффиксация ысулы алып тора. Аффиксация һөҙөмтәһендә тамыр һүҙгә (нигеҙгә) һүҙ яһаусы аффикстар ҡушылып, яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Был - бигерәк тә исемдәрҙең, сифаттарҙың, ҡылымдарҙың һәм рәүештәрҙең яһалышында иң продуктив ысул булып иҫәпләнә. Мәҫәлән: а) яһалма исемдәр: аш-лыҡ. көл-сә, йәй-мә, ҡабарт¬ ма; б) яһалма сифаттар: йом-шаҡ, бал-лы, май-лы, йәбеш-кәк; в) яһалма ҡылымдар: файҙа-лан, аш-а, беш-ер; г) яһалма рәүештәр: заман-са, яңы-са, эҫе-ләй һ.б.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш ысулдары һәм алымдары үрҙә күрһәтелгәндәр менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Беҙ уларҙың төп ҡанундарына ғына туҡталып үттек. Әйткәндәребеҙ