Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/129

From Wikisource
This page has not been proofread.

икмәк киҫәктәре (сохарый) һалған. Уны ла егет үҙе менән йөрөтөргә тейеш булған. Иң ауыр, аслыҡтан тайған хәлдә генә ашарға рөхсәт ителгән».

Күренеүенсә, бында ла халыҡтың икмәккә булған ихтира¬ мы, уның тылсымлы көсөнә ышанысы сағыла.

Хөрмәтләү, ололау йәһәтенән башҡорттарҙа "аҡ ризыҡ"ҡа табыныу өҫтөнлөк алған. Был, иң беренсе, яуға киткәндәрҙе, юлға сыҡҡандарҙы, унан ҡайтҡандарҙы "аҡ ризыҡ” (һөт, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ) менән оҙатыу һәм ҡаршы алыу йолала¬ рында сағыла. Беҙ быны үрҙә килтерелгән мәғлүмәттә лә күрәбеҙ. Аҡ - сафлыҡ, изгелек билдәһе. Шуға күрә башҡорттарҙа "аҡ"ты аяҡ аҫтына түгергә, утҡа һибергә ҡәтғи тыйылған. "Аҡ ризыҡ”ты ҡәҙерләү, ололау хаҡында әллә күпме мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тыуҙырған халҡым. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре: ”Ағы барҙың - туғы бар", "Аҡ ашаған арымаҫ”, "Бер аяҡ ҡымыҙҙың ике аяҡ еле бар", "Ҡайнамаған һөт - алтын, ҡайнағаны - көмөш, ойоғаны - баҡыр", "Ҡымыҙ ҡылыҡ артты¬ рыр, юҡ ҡаҙыңды (малыңды) таптырыр", "һөт менән ҡатыҡ - йөрәккә ятыҡ", "Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар", "һөттә - һаулыҡ, майҙа - бәрәкәт, иттә - ҡеүәт", "һыу бирмәҫкә һөт бир", "Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, ҡуйың муйынын саптырыр" һ.б.

Бында һөт, ҡатыҡ, ҡымыҙ күңелгә ятыҡ, туҡлыҡлы, һаулыҡҡа файҙалы аҙыҡ булараҡ баһалана. Ҡымыҙға ҡарата халыҡтың йәнә бер ҡарашы бар: уның күңелде елкендереп ебәрер сифатын билдәләп, уны күп эсеү менән үтә мауыҡмаҫҡа ҡуша.

Аҡтан (һөттән) әҙерләнгән башҡа төр ашамлыҡтарға ла халыҡтың хөрмәте ҙур. Халыҡ ижадында бигерәк тә май йыш