Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/130

From Wikisource
This page has not been proofread.

телгә алына. Майға бәйле мәҡәлдәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән: "Кары май етмеш төрлө ауырыуҙан дауа”, ’’Ҡапмаһаң да май яҡшы", "Май ашагандың йөрәге талмай", "Май тамаҡҡа ултырмай", "Май уҡлау йоттора", "Майы барҙың яйы бар", "Майлаһаң, иҫке сабата ла үтә", "Май бешмәк - йән сыҡмаҡ" һ.б.

Килтерелгән мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, майҙың ҡәҙерен халыҡ уның туҡлыҡлы, һаулыҡҡа ифрат файҙалы булыуында күрә. Шул уҡ ваҡытта май табыуҙың үтә лә ауыр эш булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. "Май бешмәк, йән сыҡмаҡ" тигән әйтем аҡ май әҙерләүҙең ҡыйынлығы хаҡында ғына түгел, ә ғөмүмән, һыйыр малы аҫрауҙың ауыр эш булыуы тураһында ла.

Башҡорт халҡының төп кәсептәренең береһе булған солоҡсолоҡ (ҡортсолоҡ) һәм шуның һөҙөмтәһенән алынған бал тураһында ла байтаҡ мәҡәлдәр, әйтемдәр тыуған. Уларҙа бал татлы байрам аҙығы ғына түгел, ә йөҙ сиргә дауа ла, кешеләр мөнәсәбәтен көйләүсе тылсымлы ризыҡ та итеп баһалана. Мәҫәлән: "Бал бармаҡ тешләтер", "Бал балсыҡ ашата, балан ҡамыр ашата", "Бал тотҡан бармаҡ ялар, һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар", "Балдың тәмен айыу ҙа белә", "Бал ҡапҡан - ауыҙ япҡан, асыҡҡан - ауыҙ асҡан", "Бар янында бар яҡшы, сәй янында бал яҡшы", "Бал - хәләл, араҡы - хәрәм". "Балын яратһаң, бәләһен дә ярат" һ.б. Һуңғы ике мәҡәлдә халыҡ бал алыуҙың да еңел генә бирелмәүен, ә байтаҡ көс, тир, ваҡыт талап итеүен иҫкәртә. Яҡшы хәбәр килтергәндәрҙе: "Ауыҙыңа бал да май" тигән әйтем менән ҡаршы алыуҙары ла башҡорттоң балға булған ихтирамлы мөнәсәбәтен, юғары баһаһын сағылдыра. Башҡорттарҙың туҡланыу системаһында иттән әҙерләнгән ри¬ зыҡтарҙың өҫтөнлөк итеүе хаҡында алда әйтелгән ине инде.