мәҡәлдә лә халыҡтың быуындарға булған аманаты - "һин эшләп ашарға тейешһең" тигән оло васыяты ята.
Икмәк - ул борон-борондан йола ризығы ла. Икмәк һынығын киптереп, яртыһын яуға китеүсегә биреү, икенсе яр¬ тыһын ул ҡайтҡансы һатслау - халҡыбыҙҙың борондан килгән изге йолаһы. Ашар ризығың ҡырҙа өҙөлмәһен, тигән ата- бабалар теләгенең сағыу сағылышы был. Ошо йола әлегә тиклем ҡайһы бер төбәктәрҙә һаҡланып килә. Мәҫәлән, информатор Ситдиҡова Гөлшат апайҙың әйтеүенсә, Әбйәлил районында әрмегә киткән егеттәргә бетеү итеп кипкән ҡара икмәк һалалар. Халыҡ ышаныуынса, ул бетеү хужаһын бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай. Әлегә тиклем беҙҙең яҡта икмәк валсығын иҙәнгә төшөрөү оло гонаһ һанала. Был да халҡыбыҙҙың ошо ризыҡҡа булған оло ихтирамы хаҡында һөйләй.
Белорет районы Мулдаҡай ауылында йәшәүсе Әхмәтйәнова Мәхмүзә апайҙың һөйләүенсә, ул тирәлә һаман булһа әрмегә китеүселәрҙе матур оҙатыу йолаһы һаҡланған. Бына нимә тип һөйләй ул: «Әрмегә китеүсе егеттәрҙе туған- тыумасалар бер-бер артлы ҡунаҡ итәләр, матур теләктәр теләйҙәр. Еңгәләр, ҡыҙҙар ҡулъяулыҡмы, йөҙөкмө, таҫмамы - берәй әйберен, аманат итеп, егеттең тоҡсайына һалалар, һалдат имен-һау йөрөп ҡайтҡас, әйберҙәрҙе кире таратып бирә. Аманаттың үтәлешең аллаһы тәғәлә күҙәтә, ярҙам итә. Инә һөтө һаҡлай, инә һөтө ебәрмәй. Шуға күрә әрмегә киткән егеткә һөттә бешкән (әҫә һөтө ҡушылһа, бигерәк тә һәйбәт) көликмәк (ҡайһы урында ҡуликмәк, сөсикмәк) ашаталар һөм тешләмен (һынығын) өйҙә ҡалдырғандар, һуңынан аҡ юл теләп, һөт эсергәндәр. Аманат итеп әсә кеше бер моҡсай киптерелгән