Бар донъя халыҡтары ижадында иң тәүҙә икмәккә дан йыр¬ лана. "Икмәк барыһына баш" тигән әйтем төрлө телдәрҙә бер дөйөм бөйөк мәғәнәлә йөрөй. Был һүҙҙәрҙә икмәккә ҡарата оло хөрмәт тә, ихтирам да, табыныу-ололау хисе лә сағыла. Бар ке¬ шелек өсөн төп ризыҡ - икмәк. Рәсәйҙә икмәкте бойҙай һәм арыш ононан, ә был ашлыҡтар үҫмәгән ерҙәрҙә - башҡа иген культураларынан бешерәләр. Мәҫәлән, Ҡытайҙа - дөгөнән, Скандинавияла - арыштан һәм арпанан, һиндостанда - тары ононан. Ҡайһы бер илдәрҙә был маҡсатта фасоль, картуф һәм сәтләүекте лә файҙаланалар.
Иң беренсе булып икмәкте беҙҙең эраға тиклемге 3 мең йыл элек Мысырҙа уйлап табалар. Боронғо пирамидаларҙа, ҡурғандарҙа табылған һауыттарҙа бөртөклө культураларҙың һүрәттәре һаҡланған. Был иһә борон-борондан халыҡтың икмәккә булған ҡәҙере һәм ихтирамы тураһында һөйләй. Башҡорттарҙың да икмәккә ҡарата шул изге хистәрҙе сағылдырған тәрән фекерҙәре, поэтик ҡараштары һәм шуларҙан тыуған мәҡәл, әйтемдәре бар. Бына шуларҙың ҡайһылары: "Икмәктән оло аш юҡ", "Ил ҡеүәте икмәктә”, "Икмәкте хурлама, ҙурла", "Икмәк - табын ҡояшы”, "Икмәктең валсығы ла һинән оло”, ’’Икмәк - йәшәү сығанағы", "Кем икмәкле - шул хикмәтле", "Икмәкте ҡатыҡҡа манған ас булмай”, "Икмәкте бер ҡап, ҡатыҡты биш ҡап", "Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай" һ.б.
Һанап кителгән мәҡәлдәрҙең мәғәнәһе асыҡ һәм аңлайышлы (әҙәп ҡағиҙәһе шулай булырға тейеш тә), әммә һуңғы әйтемгә кескәй аңлатма биреү кәрәктер. Сөнки "Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай” тигән һүҙҙәр ярайһы оло мәғәнәгә эйә: "Эшләмәйенсә ауыҙыңа икмәк теймәй". Ошо бәләкәй генә