Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/120

From Wikisource
This page has not been proofread.

бешкән икмәк), табашәнкә (табала бешерелгән шәнкә) һ.б. Бында аныҡлаусы һүз ризыҡтың нисек, ни рәүешле бешерелеүенә ишаралай.

3. Исем + исем + һүз яһаусы аффикс формаһы аш-һыуға бәйле атамаларҙа ярайһы актив ҡулланыла. Мәҫәлән: ҡул һалма-һы, ҡазаҡ һалма-һы, тары бутҡа-һы, ҡазан бөйөрә- ге, дөгө бутҡа - һы, картуф бутҡа - һы, йылҡы и-те, ҡош и-те, балыҡ һурпа - һы, бөрлөгән ҡа-ғы, еләк ҡа - ғы, ҡарағат ҡа - ғы, иген һауы - ты, бал ҡашы - ғы, дөйә муйы - ны (дөйә муйыны тиреһенән һауыт, Дим һ.) аш ижа - уы, көбө мискә-he, май көбө-һө, әсетке күнә - ге һ.б.

4. Үткән заман сифат ҡылым+исем формаһынан яһалған ҡушма һүззәр. Аш-Һыу терминдары араһынан бындай форма ла йыш осрай. Мәҫәлән: ҡаҡланған ит, бешкән ит, тоҙланған ит, иретелгән май, киптерлегән ҡорот, әсетелгән һөт, ҡабартылған ҡамыр, таҙартылған картуф, ҡыҙҙырылған картуф, ҡайнатылған картуф, ҡайнатылған һөт һ.б.

5. Һан һәм исемдән яһалған терминдар. Улар һирәк осрай. Әлеге һүҙлектәрҙә уларҙың өсәүһе генә теркәлгән: биш-бармаҡ, өс-босмаҡ, биш-улан (биш өлөшкә бүлеп бер* табала бешерелгән икмәк), уны урыҫтар "дружная семейка" тип йөрөтәләр).

Шулай итеп, аш-һыуға ҡағылышлы терминдарға структур ана¬ лиз һөҙөмтәләре шуны күрһәтә: бында һүзъяһалыш формалары, ысулдары күп төрлө һәм ярайһы ҡатмарлы. Уларзы асыҡлау аш-һыу әзерләүзәге төп йүнәлештәрҙе, методтарҙы тәрәнерәк аңларға бу¬ лышлыҡ итә.