Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/121

From Wikisource
This page has not been proofread.

Ill бүлек

Милли аш-һыуҙарҙың һөм табын этикетының халыҡ ижадында сағылышы

§1. Туҡланыу системаһы

һәр кемгә билдәле донъяуи бер хәҡиҡәт бар: ашау - һаулыҡ һәм йәшәү сығанағы. Кеше йәшәү өсөн ашай. Шуға күрә аш-һыу, туҡланыу тураһында ер йөҙөндә бик күп әһәмиәтле фекерҙәр әйтелгән. Бына шуларҙың бер нисәһе: ’’Ашҡаҙан - йәйебеҙҙең бер өлөшө ул, ә ауыҙ - уның ҡапҡаһы”. Эгәр ҙә миңә: "Нимә ашарға теләүеңде әйтһәң, мин һинең кем икенеңде белермен, - тиһәләр, һүҙ уның күпме миҡдарҙа аша- уы хаҡында түгел, ә ниндәй ризыҡ менән туҡланыуы, уны нисек һайлауы тураһында бара. был процеста кешенең үҙенсәлекле тәбиғәте, милли мәҙәни асылы сағыла”.

"Һаулыҡ кешенең тирә-яҡ мөхит менән аралашыуына бик ныҡ бәйле, йәғни тышҡы мөхиттең кеше организмына үтеп инеү ҡапҡалары (тын алыу юлдары, аш юлы һөм тәндең сит тәьҫирҙәрҙе үткәреү һәләте) була, тип әйтәйек. Кешенең тирә- яҡ менән аралашыу процесында туҡланыу төп әһәмиәткә эйә. Шуға күрә дөрөҫ туҡланыу кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу тигәндән, иң әүәл беҙҙең башҡорт халҡына хас туҡланыу рәүешен күҙ алды¬ на килтерәйек. Беҙҙең көнкүрештә ит һәм һөт аҙыҡтары өҫтөнлөк итә. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ризығы хаҡында һүҙ сыҡһа, күҙ алдына һимеҙ ит, бишбармаҡ, ҡымыҙ килеп баҫа. Шулар беҙҙең өсөн иң төп туҡланыу ризығы булырға тей¬ еш", - тип яҙа кешеләрҙе дауалауға 50 йыл ғүмерен биргән та¬ бип Ю.Ф. Вәлиев (3. 3).