Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/119

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

3. Нигеззәр ҡушылыу ысулы менән яһалған терминдар

Аш-Һыу лексикаһында бындай ысул менән яһалған атамалар ярайһы зур урын алып тора. Бындай осраҡта төп атаманың алдына аныҡлаусы һүз ҡуйыла һәм бер предметты аңлатҡан ҡушма һүз барлыҡҡа килә.

1. Ҡушма һүҙҙәрҙән яһалған терминдарҙың сисфат + исем формаһы;

ҡызыл эремсек, аҡ эремсек, аҡ май, һары май, азау май (иретелгән май), сөсикмәк, сөсө күмәс, әсикмәк, йомро һалма, оҙонса һалма, әсе ҡатыҡ, сөсө ҡатыҡ, йәш ҡорот, әсе ҡорот, әсе бал, әсеғ аймаҡ, сөсөғоймаҡ, сейәле май, муйыллы май, ваҡ шәкәр, ваҡ он, эре он, баҙыян ҡалаҡ, көмөш сәйнүк, еҙ самауыр, ағас ҡалаҡ, зур сеүәтә һ.б.

2 Аффикстары булмаған ике сифаттан яһалған терминдар.

Был осраҡта төп һүҙ - аш-һыуҙың йәки уның кәрәк- ярағының атамаһы, ә аныҡлаусы һүз ул әйбергә мәғәнәүи характеристика биреүсе булып килә. Мәҫәлән: соҡор һалма, ноҡом икмәк, табикмәк, ҡул һалма, кәлит буза (арғаяш. һ.), айранмай, тосмай, ҡазыял, аштабаҡ, ҡоштабаҡ, башкүнәк, туҡмаста яҡ, бот күнәк (бот тиреһенән яһалған һауыт), килеһап (ағас киле төйгөсө), этаяҡ (эт ашатыу һауыты), туз ижау (туҙҙан яһалған һауыт).

Шул күзгә ташлана: бындай формалағы ҡушма һүззәр ҡайһы саҡта аңлатмалы ҡатмарлы атамаларҙың ҡыҫҡартылған варианттары булып киләләр. Мәҫәлән: көлгүмәс (кәлгә күмеп бешерелгән күмәс), табикмәк (табала