1. Лексик-семантик һүзъяһалыш (лексикализация)
Айырым һүззәрзең нығынған һүҙбәйләнештәргә ойошоп, ҡушма һүззәр яһалыуҙы лексик-семантик һүзъяһалыш йәки лексикализация тип йөрөтәләр. Шулай итеп, лексик-семантик һүзъяһалыш ике процесты үз эсенә ала:
1) айырым һүззәр нығынған һүҙбәйләнештәргә ойошалар һәм ҡушма һүз функцияһын үтәй башлайҙар: таш, күмер (айырым һүззәр) - ташкүмер (нығынған һүҙбәйләнеш); баш, түбән (айырым һүззәр), - баштүбән (һүҙбәйләнеш); биш, бармаҡ (айырым һүззәр) - бишбармаҡ (нығынған һүҙбәйләнеш),
2) һөйләмдәр үҙҙәренең коммуникатив функцияларын юғалталар һәм үҙаллы бер ҡушма һүзгә ойошоп, номинатив функциялы лексик берәмеккә әүереләләр: Яу ҡасҡан (һөйләм) - Яуғасҡан (ҡушма һүз, тау исеме). Күс килде (һөйләм) - Күскилде (ҡушма һүз, ауыл исеме). Был һуңғы ике ысулды берләштереп семантик ысул тип тә йөрөтәләр.
Башҡорт телендә һүзъяһалыш ысулдары һәм алымдары үрзә күрһәтелгәндәр менән генә сикләнмәй, әлбиттә, улар байтаҡҡа киңерәк. Әммә без был махсус әлкәгә тәрән үтеп инеүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ һәм әйтелгәндәр менән генә сикләнәбеҙ. Сөнки милли аш- һыузарға ҡағылышлы терминдар башлыса атап үтелгән ысулдар һәм алымдар менән яһалған. Әйтелгәндәрҙән сығып, материалға яҡыныраҡ киләйек.