Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/115

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

буйынса уларзы өс төргә: һүз яһаусы, форма яһаусы һәм һүз үҙгәртеүсе аффикстарға бүлергә мөмкин", - тип яза К.Ғ. Ишбаев (8. 23) . Башҡорт телендәге аш-һыу терминдарының байтағы тик тамырҙан (нигеззән) генә тора. Әммә улар тел составының үтә зур өлөшөн биләмәй. Ьүзъяһалышта төп урынды иһә аффиксация ысулы алып тора. Аффиксация һөҙөмтәһендә тамыр һүзгә (нигеҙгә) һүз яһаусы аффикстар ҡушылып яңы һүззәр барлыҡҡа килә. Был ысул бигерәк тә исемдәрҙең, сифаттарҙың, ҡылымдарҙың һәм рәүештәрҙең яһалышында иң продуктив ысул булып иҫәпләнә. Мәҫәлән:

а) яһалма исемдәр: аш-лыҡ, көл-сә, йәй-мә, ҡа-барт-ма;

б) яһалма сифаттар: йом-шаҡ, бал-лы, май-лы, йә-беш-кәк;

в) яһалма ҡылымдар: фай-за-лан, аш-а, беш-ер;

г) яһалма рәүештәр: за-ман-са, яңы-са, эҫе-ләй һ.б.

Нигеҙҙәр ҡушылыу ысулы (аффиксациянан ҡала) иң киң таралған һүзъяһалыш алымдарының береһе. Нигеззәр ҡушылыу процесында яһаусы бер нисә нигез бер бөтөн булып ойоша, һөҙөмтәлә ике, һирәкләп өс йәки дүрт нигеззән торған берекмә ҡушма һүззәр барлыҡҡа килә: аҡ-буз, аҡ-буз-ат, һауыт-һаба, баш-күнәк, бал-ға-лаҡ, йылъ-язма, фото-кино-йылъ-язма. Был ысул менән берекмә ҡушма һүззәрзән күберәк исемдәр, һирәкләп сифаттар, ҡылымдар һәм рәүештәр яһала.