Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/117

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Тик тамыр һүззән генә яһалған атамалар. Улар күп түгел һәм, башлыса иҫемдәрҙән тора. Мәҫәлән, ит, май, һөт, ҡорот, ҡаҡ, ҡазы, бәлеш, ҡалаҡ, ҡарта, аяҡ (аштабаҡ), ижау, киле, көбө, күнәк, табаҡ, тәпән, тырыз, ҡашыҡ, тубал (улаҡ), туҫтаҡ, мискә, һаба (турһыҡ), ылаш, ялғаш, ләүәш, сүрәк, ҡалас һ.б.

Башҡорт милли аш-һыузарына ҡағылышлы терминдарға ныҡлабыраҡ күз һалһаң, уларҙың башлыса афиксация ысулы менән яһалғанын күрәһең Һүз яһаусы аффикстар беҙҙең телдә ифрат күп төрлө. Аш-Һыу терминдарына килгәндә иһә, улар башлыса түбәндәге ете төр эквивалент аффикстарҙан яһала (актив ҡулланылышы тәртибендә бирелә):

-ма/-мә, -маҡ/-мәк, -мас/~мәс;

-сыҡ/-сек, -са/-сә, -ҡа/-кә/-к;

-әк/-аҡ/, -заҡ/-лаҡ һ.б.

2. Аффикстар ярҙамында яһалған терминдар

Тамыр һүҙе ҡылымдан булған һәм уларға һүз яһаусы ялғауҙар ҡушылған атамалар аш-һыу лексикаһында иң зур урынды алып тора. Бына уларзың ҡайһылары: а) -ма/-мә аффикстары менән яһалғандар: һал-ма, йәй-мә, ҡабарт-ма, һөз-мә (тоҙлоҡ), төр-мә (бәлеш), яп-ма (ситтәре йәбештерелмәй, ябып ҡына эшләнгән бәлеш), кәүешлә-мә (өс мөйөшлө бәлеш), төрт-мә (майза бешерелгән бәлеш), ҡулла-ма, күперт-мә (ҡабартма), йүр¬ мә, тултыр-ма, һау-ма (ике көн ултырған ҡымыз), кәлйе-