Page:Ватандаш №11-2019.pdf/9

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

2019 «Ватандаш» №11

4) Беҙгә ҡаршы бер машина килә.

Улым, ҡаршы килгән машинаны туҡтат әле. (килеүсе булмай)

Бирелгән һөйләмдәргә анализ яһау түбәндәге һығымтаға алып килде: тәүге ике һөйләмдә -ған аффиксы өс заманды ла белдерә (үткән, хәҙерге һәм киләсәк замандарҙы); 3-сө һөйләмдә ул үткән-хәҙерге заманды белдерә (бөгөнгә тиклем дә алма бешмәгән булған, әле лә бешмәгән; иртәгә, бәлки бешеп етәр); һуңғы һөйләмдә -ған аффиксы хәҙерге заманды белдерә. Тағы ла миҫалдар килтерәйек: Алда барған һыбайлы туҡтарға әмер бирҙе лә атының теҙгенен тартты. (Р.Өмөтбаев); Арағыҙҙа таҡтала яҙылғанды күрмәгән кеше бармы? (Уҡытыусы әйтеүенән); Һеҙҙең атайығыҙҙы беләм булһа кәрәк, әгәр ҙә ул мин хәтерҙә тотҡан кеше булһа (С.Карамов); Түбәндә ашҡаҙан ауыртҡанда ашарға ярамаған ризыҡ исемлеге бирелә. Эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнгән Динә менән Ураз Яппаровтар ауылдан һөт йыялар, магазиндары бар, көтөүгә генә ун бишләп эре мал сығара улар. (Ф.Иҫәнбаева); Хөрмәтле сәнғәт һөйөүселәр! Һеҙҙе ҡурайсы Роберт Юлдашевтың 12 майҙа Х.Әхмәтов исемендәге филармонияның ҙур залында булған концертына саҡырабыҙ! (Рекламанан). 2. Ҡушма форма ике төрлө яһала: а) -а аффикслы (варианты -ә, -й) хәл ҡылым һәм -ған аффикслы тор- ярҙамсы ҡылымы менән: Бейектә оса ҡоҙғон ҡош, Унан бейек осар ыласын бар. Ыласындан да бейек оса торған Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар (С. Юлаев шиғыры). Әйтергә кәрәк, татар телендә лә ваҡыт -а торған формаһы хәҙерге заман мәғәнәһен белдерә: Светлана үрелеп кенә өстәл өстеннән укый торган китабын алды. (Л.Ихсанова). [ТГ 2002, 289]; б) -п аффикслы (варианты -ып/-еп, -оп/-өп) хәл ҡылым һәм -ған аффикслы тор- ярҙамсы ҡылымы менән: Бикбулат атлап барған еренән шып туҡтаны (С.Агиш); Етеп килгән ҡыҙы Көнбикә лә мал һарайы һала торған ергә тип киткәйне. (С.Агиш); Ҡамыт ҡайғыһы ла китте, тик сығып барған йөрәкте баҫырға ғына ҡарайбыҙ, һүҙ һөйләү юҡ. (Ғ.Дәүләтшин).

90