Page:Ватандаш №11-2019.pdf/8

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Икенсе сәбәбе беҙҙең үҙебеҙҙә: бай, моңло, төҙөк телебеҙҙе әле һаман һәйбәт итеп өйрәнеп етмәүҙә; халыҡ теленә таянмауҙа; телебеҙгә битараф булыуҙа: уны күрәләтә боҙорға юл ҡуйыуҙа, телебеҙҙе боҙған тәғлимәттән айырыла алмауҙа, зәғиф күрһәткән ят формаларҙан ҡотолдорорға ныҡлы аҙым яһамауҙа, телде боҙғандарға яу булып сыҡмауҙа. Шул арҡала -ыусы ялғауы һаман да традиция буйынса хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы булып дәреслектән дәреслеккә бер үҙгәрешһеҙ күсеп йөрөй: бер нисә быуын авторҙар алмашынған, ә ул ялғауға бер ни булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан 90 йыл самаһы элек дәреслек авторы Ә.Мансуров тарафынан телебеҙгә, урыҫ теленә эйәреп, көсләп тағылған -ыусы ялғауынан ҡотолор әмәл, һатыусы (продавец), яҙыусы (писатель) кеүек һүҙҙәрҙе хәҙерге заман сифат ҡылымы бүлегенә индереү дөрөҫ булып етмәҫ тип әйткән профессор Н.К.Дмитриевтың һүҙенә, -ған ялғауы хәҙерге заманды ла белдерә тигән Әкрәм Бейештең фекеренә ҡолаҡ һалыусы, исем ҡылымдан -сы ялғауы менән тик исем генә яһала тип, өҙөп әйткән ғалим табылмаған.

Хәҙерге заман сифат ҡылым –халыҡ телендә

Хәҙерге заман сифат ҡылым башҡорттоң телендә ике юл менән бирелә (ябай һәм ҡушма), әммә ул ғалимдар яҙғандарҙан ҡырҡа айырыла. 1. Ябай формаһы тамыр (нигеҙ) ҡылымға киң (универсаль) мәғәнәле -ған аффиксы ҡушылып яһала (варианттары -гән, -ҡан/кән). Сағыштырығыҙ: Хәҙерге заман хәбәр ҡылым

Хәҙерге заман сифат ҡылым

1) Әсәйем ауылда йәшәй.

Ауылда йәшәгән әсәйемде ҡотлайым. (йәшәүсе булмай)

2) Һине көн дә уйлайым.

Һине уйламаған көнөм юҡ. (уйламаусы булмай)

3) Алма бешмәгән.

Бешмәгән алманы ашағым килмәй. (ул әле бешмәгән, ҡаты; бешмәүсе булмай)

89

2019 «Ватандаш» №11