Page:Ватандаш №11-2019.pdf/10

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Юҡлыҡ формаһы -ма/-мә аффиксы, түгел мөнәсәбәт һүҙе менән бирелә: Ҡунағын яратмаған хужа бесәйен туҡмар. (Мәҡәл); «Һаулығын ҡайғыртмаған кеше үҙ тормошоноң да ҡәҙерен белмәй», – тип яҙҙы ул үҙенең бер китабының баш һүҙендә. (Ф.Иҫәнбаева. Араҡы эсмәгән ауыл / Башҡортостан ҡыҙы, 2011); Юҡ, ул аҫылташ баһалай белгән әҙәм түгел. (Ф.Аҡбулатова). Ҡушма ҡылымдарҙа ул төп мәғәнәле ҡылымдың тамыры (нигеҙе) менән ялғау араһына -ма аффиксы ҡушыла: тотонмай торған аҡса, белдермәй торған хәл.

-ған ялғауы тураһында

Шулай итеп, башҡорт телендә хәҙерге заман сифат ҡылымдың -ған, -а, -п ялғаулы хәл ҡылым артынан -ған ялғаулы ҡылым килеүе менән бирелгәне, бынан сығып, -ған аффиксының үткән заманды ғына белдермәгәне асыҡланды. Ошо ерҙә Ә.Бейеш менән Н.К.Дмитриевтың был мәсьәләгә тура ҡағылышы булған хеҙмәттәренә иғтибар итәйек: «Хәҙерге заман сифат ҡылымы тип -ыусы формаһын атаған телселәр, – тип яҙа Ә. Бейеш, – -ған формаһының хәҙерге заман сифат ҡылымы булып йөрөгәнен кире ҡағып бөтөрә алмай. Улар барыһы ла, -а/-й хәл ҡылымына торған һүҙе ҡушылып, хәҙерге заман сифат ҡылымының икенсе, ҡушма формаһы яһала, тип иҫәпләй, йәғни, уларҙың уйлауынса, һүҙҙәрҙе ҡушарлатып, ярҙамлыҡ ҡылымға күсереү менән грамматик форманың мәғәнәһе үҙгәрә булып сыға. Ләкин эш бөтөнләй мәғәнәнең үҙгәреүендә түгел. Хәҙерге заман сифат ҡылымының ябай формаһы тип йөрөтөлгән урында улар -ған ялғауын -ыусы ялғауына еңел алмаштыра, ә ҡушма формаһы тип йөрөтөлгән урында эшләй торған эш, шәл бәйләй торған энә, һөт ташый торған машина тигәнде эшләй тороусы эш, шәл бәйләй тороусы энә, һөт ташый тороусы машина тип -ыусы формаһына һис тә күсерә алмайҙар. Шуға күрә эшләй торған, яҙа торған тигән һүҙҙе хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы тип иҫәпләргә мәжбүр булалар, һәм шуның менән улар теләһә-теләмәһә лә -ған ялғауының хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы булғанын раҫлайҙар. Грамматик форманың мәғәнәһе ябай һүҙҙә лә, ҡушма һүҙҙә лә бер була, ҡушма һүҙгә күсеү менән мәғәнәһе үҙгәрмәй. Шулай булғас, -ған ялғауы менән килгән ҡушма һүҙ хәҙерге заман сифат ҡылым хеҙмәтен үтәй икән, ябай һүҙ ҙә 91

2019 «Ватандаш» №11