Page:Ватандаш №11-2019.pdf/5

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

2019 «Ватандаш» №11

күрһәтә торған исем яһай: эшсе, һалсы, ялсы, димсе, балтасы, ҡурайсы, игенсе, мәғрифәтсе, алдаҡсы, енәйәтсе һ.б. Башҡа исемгә ҡушылған кеүек, -сы ялғауы исем ҡылымға ла ҡушыла һәм шулай уҡ кешенең һөнәрен, шөғөлөн билдәләй торған исем яһай: уҡытыусы, тегеүсе, бейеүсе һ. б. Ошоноң һымаҡ, ныҡлап исем төркөмөнә күскән һүҙҙәрҙән тыш, -сы ялғауы ярҙамында исем ҡылымдан ҡайһы берҙә һүҙ ыңғайында ғына әйтеп китә торған ваҡытлы һүҙҙәр ҙә яһала. Мәҫәлән, Йәтим ҡыҙ артынан йөрөүсе булманы. (А., 96, 1, 11)». [Әкрәм Бейеш 1999, 77]. Ысынлап та, бик еңел генә яһала алған бындай исемдәр башҡорт телендә бигерәк күп осрай. Мәҫәлән: Ауылда атайыңды иҫләүсе (белеүсе) юҡ шул. Был һөйләмде икенсе төрлө -ған ялғаулы сифат ҡылым менән дә биреп була: Ауылда атайыңды иҫләгән (белгән) кеше юҡ шул. Бынан тыш телдә, бигерәк тә һөйләү телендә, кешенең йәшен, шөғөлөн йә уның ҡайһы енескә ҡарағанын күрһәткән терминдар, шулай уҡ антропонимдар (кеше исеме, фамилияһы) менән -сы ялғаулы исем ҡылымдан торған һүҙбәйләнештәр осрай. Мәҫәлән, уҡытыусы ағай ‘учитель’, уҡытыусы апай ‘учительница’, көтөүсе малай ‘пастух’, бейеүсе егет ‘танцор’, бейеүсе ҡыҙ ‘танцовщица’, юлау­­сы Исламов ‘путник Исламов’ һ.б. Бындай һүҙбәйләнештәрҙә уҡытыусы, бейеүсе, көтөүсе, юлаусы һүҙҙәре сифат ҡылым булып тормай, улар, профессор Н.К.Дмитриев әйткәнсә, ҡылым һыҙаттарын юғалтып, һөнәр, шөғөлдө күрһәткән исем булып киткән. Ул үҙенең «Башҡорт теленең грамматикаһы» хеҙмәтендә -ыусы аффиксы тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Хәҙерге телдә алыу-сы, барыу-сы тибындағы формалар үҙҙәренең ҡылым һыҙаттарын юғалтып, әкренләп профессия мәғәнәһен бирә торған исем ҡылымдар разрядына күсә баралар: уҡыу-сы (ученик), уҡытыу-сы (учитель), алыу-сы (покупатель), һатыу-сы (продавец), яҙыу-сы (писатель) һ.б. Шуның өсөн был һүҙҙәрҙе хәҙерге заман сифат ҡылымы бүлегенә индереү дөрөҫ булып етмәҫ. Үҙенең мәғәнәһе бу­ йынса һатыу-сы тибындағы формалар русса «продающий» һүҙенә ҡарағанда, күберәк «продавец» һүҙенә тура килә, сөнки ул һүҙ эштең бер ниндәй ҙә динамикаһын белдермәй». [Дмитриев 2007, 159; 2008, 222]. Әйтергә кәрәк, уҡытыусы, бейеүсе, көтөүсе, юлаусы кеүек һ.б. һүҙҙәр һөйләмдә өҫтәлмәлек функцияһын үтәй. Миҫал: – Аңла, мин ашығам, бик тә ашығам, – тине яҙыусы Толстой, Перовскийҙың тәҡдиме менән ризалашмайынса. (Я.Хамматов). 86