Page:Ватандаш №11-2019.pdf/6

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Беҙҙең уйыбыҙса, башҡорт теленең мөһим бер үҙенсәлеген иҫәпкә алмау дәреслек авторы Ә.Мансуровты хата фекергә алып килгәндер. Ул да булһа башҡорт телендә исем ҡылымдан -сы аффиксы менән яһалған ҡайһы бер һүҙҙәрҙең урыҫ теленә сифат ҡылым рәүешендә тәржемә ителеүе. Был һүҙҙәр башҡорт телендә исем булып йөрөй. Мәҫәлән: Тағы ла һөйләргә теләүсе бармы? «Есть желающий еще выступить?» Быны -ған аффиксы һәм сифат ҡылым асыҡлаған кеше һүҙе менән бергә биреп була: Һөйләргә теләгән кеше (теләгәндәр) бармы? – (хәҙерге заман). Уның урыҫ теленә тәржемәһе шул уҡ: «Есть желающий выступить? // Есть желающие выступить?» Тағы бер-ике миҫал: Ләкин законды белмәйенсә закон боҙоусы – барыбер енәйәтсе. (Н. Ғәйетбаев). «Однако не зная закон нарушивший его все равно преступник». Ҡыҙрастың был уңышҡа ниндәй ҡатмарлы, көсөргәнешле юлдар аша килеүе ошо залда ултырыусыларҙың бөтәһенә лә билдәле. (З.Биишева). «Всем сидящим в этом зале известно, какими сложными путями пришел Кидрас к этому успеху, сколько усилий пришлось ему приложить». Тағы ла шуныһы бар: урыҫ телендәге ҡайһы бер сифаттар башҡорт теленә -ған ялғауы менән хәҙерге заман сифат ҡылым рәүешендә бирелә: несовершеннолетний ребенок – бәлиғ булмаған бала; пушистая подушка – ҡабарып торған мендәр, подрастающее поколение – үҫеп килгән быуын һ.б.

-ыу ялғаулы исем ҡылым + сы = исем

Беҙ -ыусы аффиксын хәҙерге заман сифат ҡылымды яһаған форма тип һанамайбыҙ, сөнки исемгә (предметтың исеме), исем ҡылымға (ҡылымдың - эш-хәл, хәрәкәттең исеме) исем яһай торған -сы ялғауын ҡушыуҙан тик исем генә яһала тигән фекерҙәбеҙ. Сағыштырығыҙ: баҡса, балыҡ (предметтың исеме) + -сы = баҡсасы, балыҡсы. барыу, һатыу (ҡылымдың исеме) + -сы = барыусы, һатыусы. Әйткәндәй, исем ҡылым термины урыҫ теленә, уның эш-хәрәкәт исеме икәнен белдереп, имя действия, имена действия тип тәржемә ителә. [ГСБЛЯ 1981, 321; ТГ, 1997, 233]. Шулай итеп, башҡорт тел ғилемендә -ыусы ялғауы тураһында ике төрлө ҡараш йәшәй. 1-сеһе: -ыусы аффиксы менән хәҙерге заман сифат ҡылым яһала; 87

2019 «Ватандаш» №11