Page:Ватандаш №11-2019.pdf/4

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

рәүешле һөйләмәгәнен күрһәткән миҫалдар. Шуға ла дәреслектәрҙең теория өлөшөндә хәҙерге заманда торған сифат ҡылым артынан исемде бирмәү хәйерле булғандыр. Сөнки теорияны нығытыр өсөн бирелгән был миҫалдар артынан ғалимдар исемдәрҙе ысынлап та ҡуя алмаған. Әгәр ҡуйһаң, күреүебеҙсә, көлкө килеп сыға. Шулай ҙа академик М. В. Зәйнуллин менән профессор Ж.Ғ.Кейекбаев ябай форманы улар асыҡлаған исемдәре менән биргән: һайраусы ҡоштар, ғазапланыусы кеше, саңғы шыуыусы малай, улы хаҡында ҡайғыртыусы әсә, юлдан яҙҙырыусы кеше, тура юлға йүнәлтеүсе иптәш, орлоҡ ағыулаусы машина; профессия һайлаусы йәштәр, иген сәсеүсе кеше; беҙгә киләсәк ҡунаҡ, Өфөгә йөрөйәсәк поезд һ.б. [Зәйнуллин 2018, 151–152]; килеүсе (кеше), уҡыусы (бала), ҡайтыусы (кеше). [Кейекбаев 1966, 125]. Был миҫалдар грамматиканың халыҡ теленә таянып яҙылмағанын күрһәтә.

-ыусы ялғауының тарихы

Башҡорт тел ғилемендә -ыусы аффиксына ҡарата икенсе ҡарашта торғандар ҙа бар. Улар – күренекле ғалимдар Н.К.Дмитриев менән Ә.Ғ.Бейешев. Әкрәм Бейеш -ыусы ялғауы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә: башҡорт телселәре башта -ыусы ялғауын хәҙерге заман сифат ҡылым формаһына һанамаған. Шуға күрә Ә.Мансур норматив мәктәп дәреслеге итеп эшләгән «Грамматика» китабының 1933 йылғы 1-се баҫмаһында хәҙерге заман сифат ҡылым формаһын күрһәтмәй, сифат ҡылымдың ике заман формаһы булыуын ғына әйтә: үткән заманда -ған, киләсәк заманда -саҡ ялғауҙары. Ләкин Ә.Мансур, күрәһең, урыҫ телендә хәҙерге заман сифат ҡылымының айырым формаһы булғас, башҡорт телендә лә булырға тейеш тигән уйға килеп, 1934 йылғы 2-се баҫмаһына, хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы -ыусы тип өҫтәмә индерә. Шул замандан алып башҡорт теленең грамматикаһы буйынса кем генә яҙмаһын, -ған ялғауын үткән заман сифат ҡылым формаһы, -ыусы ялғауын хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы тип яҙа башлай. [Әкрәм Бейеш 1999, 77]. Белеүебеҙсә, был хәл әле лә үҙгәрешһеҙ дауам итә. Артабан Ә.Бейеш, фекерен дауам итеп, түбәндәгеләрҙе яҙа һәм һөйләмдәр килтерә: «Ғәмәлдә үҙенә башҡа форма булып йөрөгән бер бөтөн -ыусы ялғауы башҡорт телендә юҡ, башҡорт телендә -сы ялғауы бар. Ул ялғау төрлө исемдән кешенең һөнәрен, шөғөлөн 85

2019 «Ватандаш» №11