Өмөтөмдө ҡалдыр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өмөтөмдө ҡалдыр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 15.08.1988. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (67-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Өмөтөмдө ҡалдыр


Шыбыр-шыбыр… Күҙгә күренмәйсә
Ямғыр яуа, ипләп, тын ғына…
Үткәндәрҙе, бөгөнгөнө барлап,
Киләсәгем китә сыңғырап.

Шыбыр-шыбыр… Ҡыҫыр бәхетемде,
Хыялымды, ямғыр, күпһенмә!
Өмөтөмдө ҡалдыр.
Үткәндәрем
Күҙ йәштәрен түкһә түкһен дә.

Үтә күренһә лә, ҡалдыр миңә
Киләсәктең һөйөү тамсыһын.
Бер йәшнәп тә йәшнәр был ғүмерем –
Тамсы бит ул дауыл яусыһы!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.