Йәшлекте һағыныу

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәшлекте һағыныу (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1989. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (67-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Йәшлекте һағыныу


Ҡасандыр бит мин дә шулай шат инем,
Бойоғоу һәм бошоноуҙар ят ине,
Һағыштар ҙа ҡара түгел аҡ ине,
Тик бер мәлгә шул саҡтарға ҡайт ине.

Альбомдағы һүрәттәрҙән йылмаям.
Ярай әле улар бөгөн уңмаған,
Күҙҙәремә һары һағыш тулмаған –
Киләсәккә тик шатлығым булмаған.

Әй, йәшлегем, күкрәнең дә ялҡында,
Ҡойоп-ҡойоп ямғыр яуҙы артыңдан.
Юлдарым юҡ һиңә кире ҡайтырға,
Түҙемлек бир йән өшөткөс һалҡында.

Һүрәткә лә төшөрмәгеҙ үҙемде –
Йәшерә алмам һағыш тулы күҙемде,
Ҡасандыр бер балҡып һүнгән шатлығым
Һеҙгә шулай мәңге булып күренһен!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.