Бейек йорттар буй етмәле,
Сикһеҙ юлдар – өс аҙым.
Бер һикереп ҡанат елп тә
Болоттарға осаһы…
Бер ынтылһаң – хыял күге
Алыр кеүек ҡосаҡҡа,
Тик ниңә һуң ялҡын түгел,
Һалҡын осҡон – усаҡта??
Тик шәүләһе бәхетемдең
Томан аша яҡыная,
Әллә көлә, әллә илай?
Йөҙө болот таҡыяла…
Әллә атлай, әллә йөҙә
Миңә табан киләсәгем,
Ярым-йорто йәнем-ҡотом,
Беләсәгем, күрәсәгем.
Эргәләге һинән башҡа,
Буй етмәле өйҙән башҡа,
Өс аҙымлыҡ юлдан башҡа
Бер ниҙә юҡ был киңлектә,
Был һиллектә, тилелектә.
Томан ғына ҡосағымда,
Һалҡын ялҡын – усағымда…
Тауышланма,
Шым!
Йөрәгем
Ҡалды хистәр утрауында.