Аҡ ялан

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҡ ялан (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1988 йыл.Аҡъяр. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (68-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Аҡ ялан


Алдарымда көмөш келәм генә,
Сал ҡылғанлы дала түгел дә –
Күпереп тә торған аҡ яланда
Иркә елдәр тулҡын йүгертә.
Төшкәнме ни ергә аҡ болотҡай,
Ебәк зәңгәрлектән уйылып,
Әллә инде ғүмер ахыры, тип,
Үләндәргә аҡ сал ҡуныуы?
Тик бер генә мәле ғүмеремдең –
Ҡылған сәскә атҡан аҡ ялан…
Ошо мәлем ҡалыр саф көйөнсә,
Һарғайтмайса әгәр һаҡлаһам.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.