Түҙеп ҡара

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Түҙеп ҡара (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1993 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (69-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Түҙеп ҡара


Ҡойоп ямғыр яуғанда ла
Һин сыланмай тороп ҡара,
Күҙҙәреңдән йәш сыҡҡанда,
Һин йылмайып йөрөп ҡара.
Бәғерһеҙ һәм түбән йәнгә
“Яратам!” – тип әйтеп ҡара,
Наҙ таратҡан йөрәгемдең
Күҙәнәге тулы яра.
Хәнйәр-һүҙҙәр ҡаҙалғанда,
Тоҙ һипкәндә яраларға–
Түҙеп ҡара, күрер күҙгә
Күренмәгән язаларға.
Түҙеп ҡара,
Белгең килһә
Хәҡиҡәтен йәшәүемдең:
Күргең килһә
Яңғыҙлыҡтан,
Ялғанлыҡтан сәсәүемде.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.