Jump to content

Шундай сағым

From Wikisource
Шундай сағым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (69-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Шундай сағым


Шундай сағым – хәсрәттәрҙән
Башым суйын ҡоршауында,
Хаким да мин,ялсы ла мин
“Үҙем” тигән утрауымда.

Теләк – балта,
Хыял – элмәк
Ваҡыт-йәлләд ҡулындағы…
Әҙер түмәр, башты һалыр,
Әҙер сараһыҙлыҡ дары.

Язалаусы,
Язаланған,
Ыҙаланған йәнем илай –
“Миңә генә кәрәкме ни?
Ниңә генә донъя шулай?!

Мең хәсрәтте әүәләүем
Ҡырҡҡа ярып йөрәгемде,
Был ҡоршауҙа йәнем генә
Күпме йылға түҙер инде?

Ваҡыт-йәлләд миһырбанһыҙ,
Теләк-балта, үткер йөҙө.
Ҡулға алып ул балтаны
Кем өлгөрә?
Ваҡыт?
Үҙем?

Шундай сағым – хәсрәттәрҙән,
Хәстәрҙәрҙән башым тубал…
Мин йәшәрткән йәшел утрау
Кемдәргәлер ышыҡ булыр!
Ваҡыт менән ярышам тип,
Йүгерергә әҙер торам…
Шундай сағым…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.