Төңөлөү

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Төңөлөү (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2001, апрель. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (70-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Төңөлөү


Бәхетемдең ҡыҫыр емештәре –
Күҙ йәштәрем тама сикәмдән,
Бер йәшнәрмен әле, тигән инем,
Йәшлек үтеп киткән икән дә.
Янып-шашып бер һөйөрмөн, тигән
Өмөттәрем инде тарала,
Күңелемдә сараһыҙлыҡ булып,
Һағыш тулы бер моң ярала.
Яҙмағандыр бәхет күреү миңә,
Яҙмағандыр өҙөлөп һөйөлөү,
Сисә алмай үтте ғүмеркәйем
Сырмап ҡуйған яҙмыш төйөнөн.
Тик күҙҙәрем генә кемде эҙләй,
Йөрәк кенәм ниңә ярһыулы?
Ҡанаттары һынған бер аҡҡоштоң
Тәүбәләргә мәллә ҡайтыуы?
Тәүбәләрҙән ғүмер кире аҡмаҫ,
Яҙғандарым шулдыр, моғайын,
Тик һин генә төшмә минең хәлгә,
Мин түҙермен әле ҡалай ҙа.
Тик һин генә һис үкенә күрмә,
Бәхетемдең ҡыҫыр емешен
Бер кемгә лә бирмәм бүлешергә
Хоҙай биргән һағыш-өлөшөм.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.