Телгә алған саҡта минең исемемде,
Йылмайыуы балҡып китһә йөҙөндә,
Йә борсолоп һорай ҡалһа хәлемде –
Бел – сағылам дуҫтарымдың күҙендә.
Әшәке һәм түбән һүҙҙәр ишетһәң,
Өндәшмәйсә ҡаршы тырыш түҙергә,
Исемем һәм есемемдән көнләшһә–
Был – сағылам дошманымдың һүҙендә.
Әгәр инде ҡараштарын йәшереп,
Моңһоу ғына башын аҫҡа эйгәне,
Ауыр итеп бер һулағас, тын ғына:
“Үтте инде, үтте, китте”, – тигәне.
Бел, был булыр йәшлек йәрем, һөйгәнем.
Күрһәң әгәр һин бер ҡасан күҙҙәрҙең,
Мөлдөрәп тә әсе йәшкә тулғанын,
Үҙең аңла уның йөрәк серҙәрен,
Үҙең таны – кем күҙҙәре булғанын…