Jump to content

Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ

From Wikisource
Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 07.01.1997. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (72-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ


Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ – минең Аллам,
Мин уларһыҙ һулыш ала алмам,
Ҡотҡаралар улар рух-йәнемде,
Бәғерһеҙлек ҡоршауында ҡалһам.
Хыянат һәм ялған минең башты
Нисә тапҡыр тәрән баҙға атты,
Таш диуарҙар өҫтөнән дә хатта
Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ – йәйғор ҡалҡты!
Һәр һүҙемдән ялған эҙләүсенең
Йәберенән йонсоном мин тамам,
Юҡ теләгем алдап үс алырға,
Асылыма ғына тоғро ҡалам:
Дөрөҫлөк һәм сафлыҡ – минең аллам,
Бер мәлгә лә шунһыҙ һулыш алмам!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.