Матур йәшәй белеү - батырлыҡ!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Матур йәшәй белеү - батырлыҡ! (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (72-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Матур йәшәй белеү - батырлыҡ!


Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Һутың булһа сәскә шытырлыҡ,
Йөрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр –
Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ!

Күрә генә бел һин: нисә төҫтә
Балҡығанын тормош йәйғоро,
Түҙә генә бел һин, сыландырһа
Ҡара ҡайғы, һағыш ямғыры…

Еңел түгел, беләм, һин еңеп сыҡ!
Еңелеүҙәр булыр татырлы.
Батырлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Матур йәшәй белеү – батырлыҡ!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.