Ян,ярһыу йөрәк!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ян,ярһыу йөрәк! (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (73-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Ян,ярһыу йөрәк!


Көс бар саҡта янып эшлә,
Дәртле саҡта уйна, көл!
Тыуған илдең күкрәгендә
Һин усаҡ бул, булма көл!
Ян, ян әйҙә ярһыу йөрәк,
Тик ян һин илем өсөн,
Килер быуын, һоҡланыуҙан
“Ер гүзәл!” – тиһен өсөн!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.