Ижад ҡошом - сәмреғошом

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ижад ҡошом - сәмреғошом (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 21.12.2004. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (73-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Ижад ҡошом - сәмреғошом


Ижад итеү иреклеге
Иңдәремә ҡанат ҡуя.
Үткәндәрем яраһынан
Йөрәккенәм ҡанап тора.

Ижад ҡошом – сәмреғошом,
Һин яҡтыға сығар мине,
Еңер булһаҡ, рәнйетеүҙәр,
Кәмһетеүгә сыҙар инем.

Яңғыҙымды ҡаяларҙан
Упҡындарға ырғытһындар,
Мин инәсәк ишектәрҙе
Ҡорос ҡойоп нығытһындар,
Көнсөл йәндәр дуҫтарымдан
Дошман яһап, ҡыуанһындар,
Ситлектәге йөрәгемдең
Зарын тыңлап йыуанһындар.

Беҙ еңәйек, сәмреғошом!
Һум ит түгел, йөрәгемде
Ашатырмын.
Тик осайыҡ,
Яҡынайтып, зәңгәр һауа,
Яҡты Ҡояш күрер көндө!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.