100%

Әл-Хаж сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! 1. Эй һеҙ, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Һуңғы сәғәттең Ерҙе һелкетеүе бөйөк нәмә бит.

2. Һеҙ уны күргән көндө һәр бала имеҙеүсе кемде имеҙеүен онотор, йөклө ҡатындар йөктән бушаныр, һин кешеләрҙе иҫерек тип уйларһың, тик улар иҫерек түгел. Ләкин Алланың ғазабы ҡаты.

3. Һәм кешеләр араһында белмәгән көйөнсә Алла тураһында бәхәсләшеүселәр һәм һәр баш күтәреүсе шайтанға эйәреүселәр бар.

4. Уның тураһында шулай яҙылған: кем уны дуҫ итһә, ул уны юлдан яҙҙырыр, ут ғазабына алып барыр.

5. Эй һеҙ, кешеләр! Әгәр һеҙ ҡәберҙәрҙән терелтеп сығарылыу тураһында шикләнһәгеҙ, Беҙ бит һеҙҙе тупраҡтан бар ҡылдыҡ, унан тамсынан, унан уҡмашҡан ҡандан, унан тамам яратылып бөткән йәки яратылып бөтмәгән ит киҫәгенән, һеҙгә аңлатыу өсөн. Һәм күпмегә теләһәк, билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр аналыҡҡа урынлаштырабыҙ, унан сабый бала итеп сығарабыҙ, унан һеҙ бәлиғлыҡҡа етешәһегеҙ. Һәм һеҙҙең арағыҙҙа уафат булғандар бар, һәм белгәндән һуң һис нәмә белмәҫ өсөн тормоштоң иң түбән хәленә ҡайтыусылар ҙа бар. Һәм һин Ерҙе йәнһеҙ тип күрәһең, ә Беҙ уға һыу төшөргәс, ул хәрәкәткә килә, күперә һәм һәр төрлө матур ишле үҫемлектәрҙе үҫтерә.

6. Был — сөнки Алла хаҡ, һәм Ул үлектәрҙе терелтә, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле,

7. һәм сәғәте киләсәк — унда шик юҡ! — Һәм Алла кешеләрҙе ҡәберҙәренән терелтеп сығарасаҡ.

8. Һәм кешеләр араһында Алла тураһында һүҙ көрәштереүсе бар: белемһеҙ юл күрһәтеүсе — ҡулланмаһыҙ, нур һибеүсе китапһыҙ көйөнсә,

9. Алла юлынан яҙҙырыр өсөн муйынын бороп. Донъяла уға хурлыҡ, ә ҡиәмәт көнөндә Беҙ уға ут ғазабын татытырбыҙ.

10. Был — һинең ҡулдарың элек әҙерләгән нәмә өсөн, һәм Алла ҡолдарға ҡарата залим булмағанлыҡтан.

11. Кешеләр араһында Аллаға һуңғы сик өҫтөндә табыныусылар бар: әгәр уға яҡшылыҡ килһә, шуның менән тыныслана, ә фетнә-һынау килһә, был донъяны ла, ахирәтте лә юғалтып, йөҙөң бора. Был — асыҡ юғалтыу!

12. Алла урынына уға файҙа ла, зыян да итә алмай торған нәмәгә доға ҡыла, был — бик алыҫ аҙашыу!

13. Ул файҙаһына ҡарағанда зыяны яҡыныраҡ булған нәмәгә доға ҡыла. Хужа насар, һәм юлдаш та насар!

14. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Алла аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларына индерә. Ысынлап та, Алла теләгән нәмәһен эшләй.

15. Кем уға [Мөхәммәткә] донъяла һәм ахирәттә Алла ярҙам итмәҫ тип уйлаһа, Күккә ҡарап бау һуҙһын, һәм уны ҡырҡһын һәм хәйләһе уның асыуын килтергән нәмәне юҡ итерме икәнен ҡараһын.

16. Һәм шулай Беҙ уны асыҡ аяттар итеп иңдерҙек, һәм Алла теләгән кешене тура юлға күндергәнгә.

17. Ысынлап та, иман килтергән кешеләр, һәм йәһүҙиҙәр, һәм йондоҙҙарға табыныусылар, һәм насраниҙар, һәм утҡа табыныусы мәжүсиҙәр, һәм күп илаһтарға табыныусылар — ҡиәмәт көнөндә Алла уларҙың араһын айырыр. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә шаһит!

18. Һин күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың, һәм Ҡояштың, Айҙың, йондоҙҙарҙың, тауҙарҙың, ағастарҙың, хайуандарҙың һәм күп кешеләрҙең Аллаға сәждә ҡылғандарын күрмәнеңме ни? Ләкин күптәргә ғазап тейешле. Әгәр Алла бер кешене түбәнәйтһә, уны күтәреүсе булмай, ысынлап та, Адла теләгән нәмәне эшләй!

19. Бына Раббылары тураһында бәхәсләшкән ике дошман; иман килтермәгән кешеләргә уттан кейем киҫелгән, уларҙың баш өҫтәренә ҡайнар һыу ҡойола.

20. Бынан уларҙың эстәрендәге нәмәләре лә, тиреләре лә ирей.

21. Улар өсөн тимер суҡмарҙар бар.

22. Яфа-ҡайғынан йөҙәп унан сығырға теләгәндәре һайын улар шунда кире ҡайтарылырҙар һәм... татығыҙ ут ғазабын!

23. Ысынлап та, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Алла аҫтарында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларына индерер. Улар унда алтын беләҙектәр һәм ынйылар менән биҙәкләнерҙәр, ә кейемдәре унда ебәктән булыр.

24. Һәм улар яҡшы һүҙгә йүнәлдерелгәндәр һәм данлыҡлының юлына йүнәлдерелгәндәр.

25. Ысынлап та, иман килтермәгән кешеләр, Беҙ бөтә кешеләр өсөн — унда тороусыларға ла һәм күсеп йөрөүсрләргә лә — берҙәй итеп төҙөгән «Харам мәсет»тән һәм Алла юлынан ситләштереүселәр,— әгәр унда кемдер золом менән мөртәтлек ҡылырға теләһә, Беҙ уға интектергес ғазап татытырбыҙ.

26. Бына Беҙ Ибраһимға өй урынын күрһәттек: «Һис бер нәмәне Миңә тиңдәш тотма һәм Минең өйөмдө уны әйләнеп йөрөүселәргә, һәм аяҡ өҫтө тороусыларға һәм сәждә ҡылып тубыҡланыусыларға таҙарт»!

27. Кешеләргә хаж тураһында хәбәр ит: улар һиңә йәйәү ҙә, төрлө-төрлө тәрән соҡорҙарҙан килеүсе һәр төрлө ябыҡ [дөйәләргә] атланып та килер,

28. уларға файҙалы эш тураһында шаһит булыу өсөн һәм мәғлүм көндәрҙә малдарҙан уларға бүләк ителгән йорт хайуандары өҫтөндә Алла исемен иҫкә төшөрөү өсөн: уларҙың иттәрен ашағыҙ һәм бәхетһеҙ ярлыларҙы туйҙырығыҙ!

29. Унан һуң улар үҙҙәренең бәхетһеҙлектәрен бөтөрһөндәр һәм нәҙерҙәрен теүәл үтәһендәр һәм боронғо өйҙө әйләнеп йөрөһөндәр.

30. Ошолай! Кем Алланың тыйған нәмәләрен ололаһа, был уға Раббыһы ҡаршыһында хәйерлерәк. Һеҙгә хайуандарҙан һеҙгә уҡылғандарҙан башҡалары рөхсәт ителә. Боттарҙың бысраҡлыҡтарынан һәм ялған һүҙҙәренән һаҡланығыҙ,

31. Алла алдында хәнифтәр һәм Уға тиңдәштәр тотмаусы булып. Ә кем Аллаға тиңдәш тотһа, гүйә, ул Күктән йығылды, һәм уны ҡоштар эләктереп алыр йәки уны алыҫ ергә ел алып китер.

32. Ошолай! Кем Алла өсөн тамғаланғандарҙы ололаһа, ул эш күңелдәрҙең тәҡүәһенән.

33. Уларҙан һеҙгә билдәле уаҡытҡа тиклем файҙа, унан уларҙың урындары боронғо өй эргәһендә.

34. Уларға Ул биргән малдарҙан йорт хайуандары өҫтөндә Алла исемен иҫкә төшөрөү өсөн һәр өммәткә табыныу йолаһын булдырҙыҡ, сөнки һеҙҙең илаһығыҙ — берҙән-бер илаһ, Уға бирелегеҙ! Һәм һин буйһонғандарҙы һөйөнсөлә,—

35. Алла иҫкә алынғанда күңелдәре ҡурҡҡандарҙы, һәм уларға ҡағылғанға сабырлы булғандарҙы һәм намаҙ торғандарҙы, һәм Беҙ ризыҡлаған нәмәләрҙән сығым яһағандарҙы.

36. Һимеҙҙәрен һеҙҙең өсөн Аллаға билдәләнгәндәрҙән ҡылдыҡ, уларҙа һеҙҙең өсөн яҡшылыҡ. Һәм улар сафта торған хәлдә өҫтәрендә Алла исемен иҫкә алығыҙ. Улар ҡабырғаларына йығылғас, иттәрен ашағыҙ, һәм тыйнаҡты ла, оялсан һораусыны ла ашатығыҙ. Ошолай буйһондорҙоҡ Беҙ һеҙгә уларҙы — моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!

37. Уларҙың иттәре лә һәм ҡандары ла Аллаға һис барып етмәҫ, әммә һеҙҙән тәҡүәлек Уға барып етер. Һеҙҙе тура юлға күндергәненә Алланы ололауығыҙ өсөн Ул уларҙы һеҙгә буйһондорҙо, ә һин яҡшы эштәр эшләгән кешеләрҙе һөйөнсөлә!

38. Ысынлап та, иман килтергән кешеләрҙе Алла яҡлай! Ысынлап та, һәр хыянатсыны, кафырҙы Алла яратмай!


39. Һуғышҡан кешеләргә ҡаршы һуғышырға рөхсәт ителә, сөнки улар йәберләнде. Ысынлап та, Алла уларға ярҙам итергә ҡөҙрәтле,—

40. ни бары «Раббыбыҙ — Алла!» — тигән өсөн генә хаҡһыҙ йорттарынан ҡыуылған кешеләргә. Әгәр Алла кешеләрҙе береһен икенселәре менән яҡламаһа, ул уаҡытта раһиптар бүлмәһе лә, кәнисәләр ҙә, һәм намаҙ уҡый торған ерҙәр ҙә һәм Алла исеме күп иҫкә алына торған мәсеттәр ҙә емерелер ине. Алла ярҙам иткән кешеһенә ярҙам итәсәк — сөнки Алла көслө, бөйөк! —

41. Беҙ уларҙы Ер өҫтөндә нығытҡандан һуң намаҙ уҡыусыларға, һәм зәкәт түләүселәргә, һәм хупланған эшкә ҡушыусыларға, һәм яраҡһыҙҙан тыйыусыларға. Ә эштәрҙең аҙағы — Аллала!

42. Әгәр улар һине алдаҡсыға һанаһа, уларға тиклем дә [рәсүлдәрҙе] алдаҡсыға һананылар Нух халҡы, һәм Ғәд, һәм Ҫәмүд, 43. һәм Ибраһим ҡәүеме һәм Лут ҡәүеме,

44. һәм Мәдйән кешеләре; Муса ла алдаҡсы һаналды. Мин кафырҙарға кисектерҙем, унан һуң уларҙы эләктереп алдым, һәм ниндәй булды Минең асыуым!

45. Золом ҡылғандары өсөн ни тиклем ҡалаларҙы һәләк иттек Беҙ! Һәм улар нигеҙҙәренә тиклем емерелделәр. Ни тиклем буш ҡоҙоҡтар һәм төҙөлгән һарайҙар!

46. Уларҙың уйлай торған күңелдәре һәм ишетә торған ҡолаҡтары булып улар Ер йөҙөндә йөрөмәнеләрме ни? Күҙҙәр һуҡыр түгел, әммә күкрәктәрҙәге йөрәктәр һуҡыр.

47. Улар һине ғазап менән ашыҡтыралар, әммә Алла Үҙ үәғәҙәһен һис үҙгәртмәй, һәм, ысынлап та, Раббыңдың көнө — һеҙ иҫәпләгәнсә мең йыл тиклем!

48. Һәм күпме залим ҡалаларға Мин кисектерҙем, унан Мин уларҙы тотоп алдым, һәм ҡайтыу — Миңә!

49. «Эй һеҙ, кешеләр! Мин һеҙгә асыҡ өгөтләүсе-иҫкәртеүсе генә!» — тип әйт.

50. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләргә — ярлыҡау һәм йомарт ризыҡ.

51. Ә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы көсһөҙләндерергә тырышҡандар,— былар — ут әһелдәре.

52. Һәм Беҙ һиңә тиклем ебәргән рәсүл йәки бәйғәмбәр хыяллана башлаған һайын уның уйына шайтан нимә булһа ла ташланы, әммә Алла шайтан һалғанды юйып ташлай. Унан Алла Үҙ аяттарын нығыта, Алла белә, хикмәтле бит! —

53. Күңелдәрендә сир булған һәм күңелдәре ҡатҡан кешеләргә шайтан һалған нәмәне фетнә — һынау итер өсөн,— залимдар йыраҡ ыҙғыш-талашта бит! —

54. һәм белем бирелгән кешеләр уның [Ҡөрьәндең] Раббыңдан булған хәҡиҡәт икәнен белһендәр өсөн, һәм уға иман килтерһендәр өсөн, һәм уның алдында уларҙың күңелдәре баш эйһен өсөн. Ысынлап та, иман килтергән кешеләрҙе Алла тура юлға күндерә!

55. Кафырҙар [ҡиәмәт] сәғәте кинәттән килгәнгә тиклем йәки уңышһыҙ көндөң ғазабы килгәнгә тиклем Унан шикләнеүҙән туҡтамайҙар. 56. Ул көндө хакимиәт Аллала, Ул уларҙы хөкөм итер. Һәм иман килтергән һәм изге эштәр эшләгәндәр — рәхәт баҡсаларында.

57. Ә иман килтермәгән һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләр —уларға ғәрлекле ғазап!

58. Алла юлында йорт-еренән күскәндәр, һуңынан үлтерелгәндәр йәки үлгәндәр,— Алла уларҙы яҡшы ризыҡ менән ризыҡландырыр. Ысынлап та, Алла — ризыҡландырыусыларҙың иң яҡшыһы!

59. Ул, әлбиттә, уларҙы үҙҙәре ҡәнәғәт булырлыҡ ишектән индерер. Ысынлап та, Алла белә, баҫалҡы!

60. Шулай! Әгәр бер кеше, үҙе яза ҡылынған шикелле яза менән яза ҡылһа, һәм унан уға ҡаршы ғәҙелһеҙлек эшләнгән булһа, әлбиттә, Алла уға ярҙам итер. Ысынлап та, Алла — ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы!

61. Был шуның өсөн: Алла төндө көнгә индерә һәм көндө төнгә индерә, һәм Алла — ишетә, күрә!

62. Был шуның өсөн: Алла — хәҡиҡәт, уларҙың Унан башҡа доға ҡылған нәмәләре — ялған, һәм Алла — юғары, бөйөк!

63. Алланың Күктән һыу төшөргәнен һәм Ер йәшәреп киткәнен күрмәнеңме ни? Ысынлап та, Алла — рәхимле, хәбәрҙар!

64. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Алланыҡы. Ысынлап та, Алла -- бай, данлы!

65. Алланың Ерҙә булған нәмәләрҙе һәм Уның әмере менән диңгеҙҙә йөҙгән көймәне һеҙгә буйһондорғанын күрмәнеңме ни? Һәм Ул Күкте Уның рөхсәтенән башҡа Ергә төшмәһен тип тотоп тора. Ысынлап та, Алла — кешеләрҙе ҡыҙғаныусан, шәфҡәтле!

66. Ул — һеҙҙе терелтте, Унан Ул һеҙҙе үлтерә, унан яңынан терелтә. Ысынлап та, кеше ҡәҙерһеҙ!

67. Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яһаныҡ. Улар был эш тураһында һинең менән бәхәсләшмәһен. Үҙ Раббыңа өндә, һин тура юлдаһың!

68. Һәм әгәр улар һинең менән һүҙ көрәштерһә, әйт: «Һеҙҙең ңимә эшләгәнегеҙҙе Алла яҡшыраҡ белә! 69. Ҡиәмәт көнөндә Алла һеҙҙең нимә тураһында бәхәсләшкәнегеҙҙе хөкөм итер»,

70. Алланың күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе белгәнен белмәйһеңме ни? Ысынлап та, былар китапта яҙылған, ысынлап та, былар Аллаға бик еңел!

71. Һәм улар Алланан башҡа Ул уның менән һис бер хакимиәт төшөрмәгән нәмәгә, уның тураһында белемдәре булмаған нәмәгә ғибәҙәт ҡылалар. Һәм залимдарға һис бер ярҙамсы булмаҫ!

72. Һәм уларға Беҙҙең аяттарыбыҙ асыҡ итеп уҡылған уаҡытта кафырҙарҙың йөҙөндә инҡар итеүҙе белерһең. Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙы уҡыған кешеләргә ташланырға әҙерҙәр. Уларға: «Мин һеҙгә бынан да насарыраҡ тураһында әйтәйемме әллә? Ул — ут, уны Алла иман килтермәгән кешеләргә үәғәҙә итте. Бик яман был ҡайтыу!» — тип әйт.

73. Эй һеҙ, кешеләр! Мәҫәл килтерелә — ҡолаҡ һалығыҙ уға! Ысынлап та, Алланан башҡа һеҙ доға ҡыла торған нәмәләр бының өсөн бөтәһе бергә йыйылһалар ҙа һис уаҡытта себен дә яһай алмаҫтар. Әгәр себен уларҙан берәй нәмә тартып алып китһә, унан кире алырға көстәре етмәй. Һораусы ла, һоралыусы ла көсһөҙ!

74. Улар Алланы тейешле баһа менән баһаламаны. Ысынлап та, Алла — көслө, бөйөк!

75. Алла рәсүлдәрҙе фәрештәләрҙән һәм кешеләрҙән һайлай. Ысынлап та, Алла күрә, ишетә!

76. Алла уларға тиклем булғанды ла, уларҙан һуң буласаҡты ла белә, һәм эштәр Аллаға ҡайта.

77. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Раббығыҙға рәҡәғәт һәм сәждә ҡылығыҙ, һәм ғибәҙәт ҡылығыҙ, һәм изге эштәр эшләгеҙ, моғайын, бәхеткә ирешерһегеҙ!

78. Алла тураһында Уға лайыҡлы тырышлыҡ менән тырышығыҙ! Ул һеҙҙе һайланы һәм, атайығыҙ Ибраһим өммәтендә кеүек үк, һеҙгә диндә ауырлыҡ яһаманы. Ул һеҙҙе мосолман тип атаны, элек тә һәм бында [Ҡөрьәндә] лә, рәсүл һеҙгә шаһит булһын өсөн, ә һеҙ кешеләргә шаһит булһын өсөн, Намаҙ тороғоҙ, зәкәт бирегеҙ, Аллаға һыйынығыҙ! Ул — һеҙҙең яҡлаусығыҙ. Яҡшы яҡлаусы һәм яҡшы ярҙамсы!